Мәскәү өлкәһендәге ҡот осҡос теракт бар донъяны шаҡ ҡатырҙы. Кис көнө халыҡ “Крокус Сити Холл”ға “Пикник” төркөмөнөң концертын ҡарар өсөн йыйыла. Тик бер мәлдә ҡулдарына ҡорал тотҡан кешеләр килеп инә һәм ут аса. Кешеләр ҡаса башлай. Шул саҡта бинала янғын сыға. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, теракт ваҡытында яҡынса 80 кеше һәләк булған, уларҙың өсәүһе - балалар. Әлеге ваҡытта 121 кеше йәрәхәтләнгән һәм дауаханала ята. Шулай уҡ араларында өс бала бар. Йәрәхәтләнгән кешеләр 12 дауаханаға оҙатылған, һәр береһе табиптарҙың даими иғтибарында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандарҙың күберәк булыуы ихтимал, сөнки эстә тикшелмәгән урындар ҡалған. Биналағы янғынды һүндереү ҙә тамамланып килә. Унда 477 кеше эшләй. Тыштан “Крокус” һүндерелһә лә, эстә яныу сығанаҡтары ҡала килә, тиелә. Һөжүм итеүселәргә килгәндә, улар әле ҡулға алынмаған. Улар алтау булған тип күҙаллана. Енәйәтселәрҙең ҡулдарында автоматтар һәм бик күп патрондар булған. Илдең бөтә полиция бүлексәләренә ориентировкалар ебәрелгән. Енәйәтселәр бик хәүефле һәм ҡоралланған, уларҙың шартлатҡыстары булыуы ихтимал, тиелә. Әле шик аҫтына алынған кешеләрҙең бөтәһе лә Тажикстан граждандары, улар Ярославль, Иванов һәм Һамар өлкәләрендә теркәлгән. Әлеге ваҡытта бөтә хеҙмәттәр ҙә эшен дауам итә. Ил Президенты Владимир Путин бөтәһенә лә тиҙ арала һауығыу теләне һәм кешеләрҙең ғүмерҙәре өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтте. ФСБ, Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты һәм Росгвардия башлыҡтары Владимир Путинға терактты тикшереү барышы тураһында докладтар эшләп тора. Шулай уҡ Президент Татьяна Голикова, Михаил Мурашко һәм Андрей Воробьев менән һөйләшкән, улар яраланған кешеләргә ярҙам итеү тураһында еткергән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кешеләрҙе ҡотҡарыу өсөн башҡарылған эштәр тураһында һөйләгән. Башҡортостан халҡы Мәскәү өлкәһе менән бергә ҡайғыра. Уларға теләктәшлек йөҙөнән был көндәрҙә республикала үтәсәк барлыҡ күңел асыу саралары үткәрелмәй торасаҡ. Шулай уҡ вуздар бөгөн дистанция форматында уҡый. Әйткәндәй, Рәсәй халҡына бик күп илдәр теләктәшлек күрһәтә. Сит илдәрҙә кешеләр Рәсәй илселектәре янына сәскәләр алып бара, шәмдәр тоҡандыра. Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: видеонан скриншоттар.