"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендә 27 мартта билдәләнгән Халыҡ-ара театр көнө уңайынан иғлан иткән конкурсыбыҙ бик әүҙем бара. Бөгөн һеҙҙе тағы бер матур коллектив – Яңауыл районының "Хаят" татар халыҡ театры менән таныштырабыҙ. Төркөмдәге дуҫтарыбыҙҙы республикабыҙҙа эшләгән талантлы, һоҡланғыс коллективтар өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Яңауыл районының "Хаят" татар халыҡ театры бай тарихҡа эйә булыуы менән үҙенсәлекле. Әле Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк Яңауылда колхоз-совхоз театры эшләй, тик ил өсөн ауыр йылдарҙа уның эшмәкәрлеге туҡтап тора. Һуғыштан һуң мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр коллектив булдырылып, яңынан спектаклдәр ҡуйыу эше башлана. 1959 йылда республикала тәүгеләрҙән булып ике драма түңәрәгенә "халыҡ театры" исеме бирелә, уларҙың береһе Яңауылдағы коллектив була. Шулай итеп, тап ошо мәлдән Яңауыл халыҡ театрының бай, сағыу тарихы башлана. Бөгөн ул хаҡлы рәүештә "Башҡортостандың атҡаҙанған ижад коллективы" тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. "Хаят" театрын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Салауат Хәмзин уңышлы етәкләй. Яңауыл театрының үҙенсәлектәре нимәлә? Кемдәрҙе берләштерә ул? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Салауат Сәлим улына мөрәжәғәт иттек. – Театрыбыҙ бай тарихҡа, матур традицияларға эйә булыуы менән үҙенсәлекле. Коллектив татыу бер ғаилә кеүек йәшәй һәм ижад итә. Йәүҙәт Хәкимов, Фларида Миндийәрова, Инзилә Шайморатова, Ришат Килмәтов, Рәүис Исламов, Дамира Хазиева, Мәүлихә Хәмзина, Айҙар Әхиәров, Айһылыу Дускаева, Резида Новокрещенова, Ленария Хаҡова, Әлфиә Муллайәнова, Гөлсәсәк Харрасова, Таһир Хәбибуллин, Рөстәм Ханнанов – барыһы ла театр сәнғәтенә мөкиббән ғашиҡ, ижади күңелле, талантлы кешеләр. Коллективҡа даими рәүештә йәштәрҙең килеүе, балаларҙың сәнғәткә ылығыуы ҡыуандыра. Беҙҙең спектаклдәрҙә һигеҙ йәштән 80 йәшкә тиклемге актерҙар ҡатнаша. Беҙҙә уйнап, артабан сәнғәт юлын һайлаған йәштәребеҙ ҙә бар. Улар бәйләнеште өҙмәй, килеп торалар, кәрәк саҡта ярҙам итәләр. Шулай уҡ театрыбыҙҙың тағы бер үҙенсәлеге – беҙ сәхнә биҙәлешенә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Конкурстарҙа ҡатнашҡанда һәр ваҡыт рәссамдың эшен айырып баһалайҙар, – тип һөйләне театр етәксеһе Салауат Хәмзин. Уңыш-ҡаҙаныштары ла тос "Хаят" театрының. Әле Советтар Союзы ососронда Яңауыл театры ил күләмендәге конкурста 1-се дәрәжә лауреат исемен яулауға өлгәшә. Ә инде республика күләмендәге фестиваль-бәйгеләрҙә яуланған уңыштарҙы бер мәҡәләлә генә һанап бөтөрлөк тә түгел. Хатта бер мәл уларға ҡайһы бер бәйгеләрҙә башҡаларға өлгө рәүешендә конкурстан тыш сығыш яһарға ла тура килә. – Сәхнәләштереү өсөн әҫәр һайлағанда кеше күңеленә үтеп инерлек пьесаларға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Йөкмәткеһе йәһәтенән көн талабына яуап биргән, фәһемле, тамашасыны уйландырырлыҡ әҫәрҙәр отошло. Шулай уҡ актерҙар составын да күҙ уңында тотам, ололар ҙа, йәштәр ҙә яратып уйнарлыҡ булһын. Спектакль сығарыу – еңел хеҙмәт түгел. Актерҙарыбыҙ эштән һуң йыйыла. Төп хеҙмәтенән арып килеүгә ҡарамаҫтан, күңел биреп яңы материалды өйрәнәләр. Шулай итеп, берҙәм көс менән яңы спектаклдәр тәҡдим итәбеҙ. Шөкөр, ижадыбыҙҙы тамашасыларыбыҙ ярата, актерҙарыбыҙ ҙа ҡәнәғәт, – ти Салауат Сәлим улы. Етәксе район хакимиәтенең, мәҙәниәт бүлегенең ҙур ярҙамын тойоп эшләүҙәрен, ижад итеүҙәрен айырып билдәләне. Быйыл "Хаят" татар халыҡ театры барлыҡҡа килеүенең 65 йыллығын билдәләргә йыйына. Ошо айҡанлы тамашасыларға иң яҡшы спектаклдәрҙе тәҡдим итеп, Театр аҙналығы үткәрергә уйлайҙар. Уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, илһамлы ижад һеҙгә, "Хаят"тар! Фотолар: "Хаят" татар халыҡ театрының архивынан.