17 марттан республикала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының сираттағы иҫкәртеү операцияһы башланды. “Иғтибар, балалар!” 7 апрелгә тиклем дауам итә. Сараның бурысы – балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һанын һәм уларҙың эҙемтәләренең ауырлығын кәметеү, шулай уҡ киң йәмәғәтселектең иғтибарын балаларҙың юл-транспорт йәрәхәтен иҫкәртеү проблемаларына йәлеп итеү. – Әлегә Өфөлә балалар юл-транспорт йәрәхәттәренә бәйле хәл етди булып ҡала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә арауыҡты һәм тиҙлек режимын һаҡларға, балаларҙың - пассажирҙармы, йәйәүлеләрме – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы булғанын онотмауҙы, уларға иғтибарҙы арттырыуҙы һәм айырыуса һаҡ булыуҙы кәңәш итә, – тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ идаралығының бүлек хеҙмәткәре Ләйсән Исламғәлиева. Ошо көндәрҙә “Иғтибар, балалар!” иҫкәртеү сараһына ярашлы Өфөнөң 58-се балалар баҡсаһында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре булды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына килеү
Өфөлә балалар юл-транспорт йәрәхәттәренә бәйле хәл етди булып ҡала
22 марта 202422 мар 2024
1 мин