Саҡмағош районының мәҙәниәт йортонда эшләгән “Замандаштар” татар халыҡ театры 1960 йылда барлыҡҡа килгән. 2003 йылда Кушнаренко районында үткән “Алтын тирмә” республика фестивалендә “Һыу төбөндә һөйгәнем” пьесаһы менән сығыш яһаап, уға маҡтаулы “халыҡ театры” исеме бирелә. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап ҡайтҡан Ривенер Ғөбәев Яңы Ҡото мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эш башлай, 2007 йылда директоры итеп тәғәйенләнә. 2017 йылдан бөгөнгәсә Саҡмағош мәҙәниәт йортондағы “Замандаштар” татар халыҡ театры етәксеһе булып тора. Ривенер Әмир улы етәкселек иткән осорҙа театр Э. Йәһүҙиндең “Мөхәббәт зил-зиләһе”, Т. Миңнуллиндың “Йәшлек менән осрашыу”, Ә. Атнабаевтың “Балаҡайҙарым”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, Н. Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде”, “Моңдар ҡайтһын ауылға”, Ф Ғәлиевтең “Ҡорт” әҫәрҙәрен сәхнәгә сығарыуға өлгәште. Әлеге ваҡытта коллективтың төп составы 23 кешенән тора. Иң йәш һәүәҫкәр артисҡа 20 йәш булһа, иң өлкәненә – 65. Уларҙың һәр береһе бар яҡтан да һәләтле – йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, шиғырҙы ла оҫта һөйләйҙәр. Ғөмүмән, бында сәхнә өсөн тыуған кешеләр йыйылған. “Замандаштар” татар халыҡ театры төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай һәм призлы урындар яулай. Әлбиттә, бар еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар артында уның төп ойоштороусыһы, илһам биреүсеһе Ривенер Ғөбәев тора. Әйткәндәй, Ривенер Әмир улы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндә Халыҡ-ара театрҙар көнө айҡанлы ойошторған “Халыҡ таланттары” конкурсында ҡатнаша. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ! Фото: Ривенер Ғөбәевтең ғаилә альбомынан.