Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәрхүмдәр төшөгөҙгә инһә...

Ҡайһы берәүҙәр йоҡлаған мәлендә мәрхүмдәр менән “осрашһа”, шикләнә башлай. Улайтырға ярамай: баҡыйлыҡтағылар беҙгә яҡшылыҡ теләй, һөйөнөсөн белдерә, ниндәйҙер ауырлыҡтан, хәүефтән ҡурсаларға теләй. Шул уҡ ваҡытта мәрхүмдәрҙең төшкә хәйер-доға һорап инеүе лә ихтимал. Бәлки, тормош мәшәҡәттәре менән булып, уларҙы бер аҙ онотоп ебәргәнбеҙҙер. Баҡыйлыҡтағылар бит Ҡөрьән уҡытыуға, хәйергә һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Өҫтәүенә мәрхүмдәрҙең фани донъяла әйтеп ҡалдырған ниндәйҙер васыятын, аманатын үтәмәгәнгә төшкә инеүе лә бар. Баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса атай-әсәйебеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытып, хәйер биреп торорға онотмайыҡ. Иртәгәгә, 23 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).