Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡараншишмәнән илһам алып...

Театр – ул ғәжәйеп сихри көскә эйә донъя. Ғафури районы иһә халыҡ театрҙарына бай төбәк. Улар Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауылдарында уңышлы эшләп килә. “Театр яҙы” смотрҙарында халыҡ театрҙары ҙур күләмле спектаклдәр әҙерләп һөйөндөрә. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы “Еҙем-Ҡаран” ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары сығышын да тамашасылар көтөп ала. Денира Закуан ҡыҙы Биктимерова 1992 йылда театр түңәрәген ойоштора. Һөҙөмтәлә 2007 йылда “Ҡараншишмә” театры артистары, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһын уңышлы ҡуйып, “халыҡ театры” исемен яулай. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Нәжип Асанбаевтың “Һыу юлы” спектаклдәре һәм башҡалар – барыһы да артистарҙың күңелен һалынып атҡарылған ижад емештәре. – Ауылдар буйлап сығыш яһайбыҙ, ғаиләләребеҙ ҡатнашабыҙ, - ти “Ҡараншишмә”ләр. Мәҫәлән, Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” әҫәрен сәхнәләштергәндәр. Динира Биктимерова төп геройҙың йәш сағын ҙур оҫталы

Театр – ул ғәжәйеп сихри көскә эйә донъя. Ғафури районы иһә халыҡ театрҙарына бай төбәк. Улар Яңғыҙҡайын, Үтәк, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауылдарында уңышлы эшләп килә. “Театр яҙы” смотрҙарында халыҡ театрҙары ҙур күләмле спектаклдәр әҙерләп һөйөндөрә. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы “Еҙем-Ҡаран” ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары сығышын да тамашасылар көтөп ала. Денира Закуан ҡыҙы Биктимерова 1992 йылда театр түңәрәген ойоштора. Һөҙөмтәлә 2007 йылда “Ҡараншишмә” театры артистары, Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһын уңышлы ҡуйып, “халыҡ театры” исемен яулай. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Нәжип Асанбаевтың “Һыу юлы” спектаклдәре һәм башҡалар – барыһы да артистарҙың күңелен һалынып атҡарылған ижад емештәре. – Ауылдар буйлап сығыш яһайбыҙ, ғаиләләребеҙ ҡатнашабыҙ, - ти “Ҡараншишмә”ләр. Мәҫәлән, Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡанда” әҫәрен сәхнәләштергәндәр. Динира Биктимерова төп геройҙың йәш сағын ҙур оҫталыҡ менән уйнай. Шулай уҡ Гүзәл Шафиҡова, Рита Шаһиева, Дамир Биктимеров, Рөстәм Шәйәхмәтов, Винер Ғәбдиев үҙ ролдәрен еренә еткереп башҡара. Спектаклде музыкаль яҡтан Гөлнур Шәйәхмәтова биҙәй. Гүзәл Фәрғәт ҡыҙы Шафиҡова хәҙер был театрға етәкселек итә. Ул - үҙе модельер, үҙе рәссам. Була бит шунда оҫта кешеләр! Уның ҡул эштәрендә бар булмышы сағыла кеүек. “Ҡараншишмә” халыҡ театры артистары ҡуйған спектаклдәргә халыҡ бик теләп килә. Ә был уңыштың сере сәнғәтте яратыуҙа ғына түгел, үҙеңә талапсан булыуҙа ла, һәр эшеңде еренә еткереп атҡарыуҙа. Нимә-нимә, тамашасы күңелен яулау ғына түгел, унда мәңгелеккә хәтерҙә ҡалыу мөһим. Ә артистар иһә был уңышҡа күптән өлгәшкән. Ауыл ерендә халыҡ йәшәйешен йәнләндереү, төрлө сараларҙы йәмләү кеүек бик яуаплы бурыстар һалынған уларҙың иңенә. Ғөмүмән, улар тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Башҡаса мөмкин дә түгелдер. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Бөтә донъя театры көнөнә арналған “Халыҡ таланттары” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан “Ҡараншишмә” халыҡ театры өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар. Фотолар: “Ҡараншишмә” халыҡ театры архивынан.