Найти в Дзене

Аллаһ нимә менән Теләй, шуның менән ант Итә?

Аллаһ нимә менән Теләй, шуның менән ант Итә?

Яуап: Эйе, сөнки Аллаһ бар нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе.

Быға дәлил Аллаһ әйтә: وَالشَّمسِ وَضُحاها ۝ وَالقَمَرِ إِذا تَلاها ۝ وَالنَّهارِ إِذا جَلّاها ۝ وَاللَّيلِ إِذا يَغشاها ۝ وَالسَّماءِ وَما بَناها ۝ وَالأَرضِ وَما طَحاها ۝ وَنَفسٍ وَما سَوّاها "1. Ҡояш һәм уның нуры менән ант итәм. 2. Уның артынан эйәргән Ай менән, 3. Ҡояшты асыҡлаған Көн менән ант итәм, 4. Ҡояшты ҡаплаусы Төн менән ант итәм, 5. Күк һәм уны бина Ҡороусы Аллаһ менән ант итәм, 6. Ер һәм уны йәйелдергән, түшәгән Аллаһ менән ант итәм, 7. Йән менән һәм уны Яралтҡан Аллаһ менән ант итәм". (Әш-Шәмс сүрәһе, 1-7-се аяттар).

وَاللَّيلِ إِذا يَغشى ۝ وَالنَّهارِ إِذا تَجَلّى"1. Ҡараңғылыҡ менән ҡаплаған Төн менән ант итәм, 2. Яҡтылығы менән солғаған Көн менән ант итәм". (Әл-Ләйл сүрәһе, 1-2-се аяттар).

لا أُقسِمُ بِيَومِ القِيامَة ِ۝ وَلا أُقسِمُ بِالنَّفسِ اللَّوّامَةِ "1. Ҡиәмәт көнө менән ант итәм. 2. Һәм үҙен үкенеп шелтәләгән йән менән ант итәм". (Әл-Ҡиәмәт сүрәһе, 1-2-се аяттар).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд 'ӘбдүлҒәлим Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa