Найти тему

Ҡайһы бер тыйылған ант итеү төрҙәрен һанап кит

Ҡайһы бер тыйылған ант итеү төрҙәрен һанап кит

Яуап Аллаһтан башҡа нәмәләр менән ант итеү, булһынмы атай йәки әсәй менән ант итеү, йә намыҫ менән, йә тоғролоҡ менән. Һәм башҡа төрҙәр.

Быға дәлил Хәҙис Әбү Һүрайра رضي الله عنه еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Ата-әсәйҙәр менән дә, Аллаһҡа тиңдәш итеп алған заттарығыҙ менән дә ант итмәгеҙ. Аллаһ менән генә ант итегеҙ. Хаҡ һөйләп кенә, Аллаһ менән ант итегеҙ". (Сүнән Әби Дәүд 3248, Сүнән Нәсәи 3769, Сахих Мүснәд 1294).

Бүрайда Әсләми رضي الله عنه еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Кем тоғролоҡ менән ант итә, ул беҙҙән түгел". (Әбү Дәүд 3253, Сахиха 94, Сахих Мүснәд 176).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa

October 31, 2020