Найти тему

Нимә ул Тәүәккүл?

Нимә ул Тәүәккүл?

Яуап Тәүәккүл (тәүәкәлләнеү) ул барлык эштәреңдә файҙаға өлгәшер һәм зарарҙан ҡотолор өсөн АЛЛАҺҠА тапшырылып таяныу һәм шәриғәткә ярашлы сәбәптәрҙе алыу.

Быға дәлил Аллаһ әйтә: وَعَلَى اللَّهِ فَتَوَكَّلوا إِن كُنتُم مُؤمِنينَ "Аллаһҡа ғына тәүәкәлләнегеҙ, әгәр һеҙ мөъминдәрҙән булһағыҙ". (Әл-Мәидә сүрәһе, 23-се аят).

الَّذينَ قالَ لَهُمُ النّاسُ إِنَّ النّاسَ قَد جَمَعوا لَكُم فَاخشَوهُم فَزادَهُم إيمانًا وَقالوا حَسبُنَا اللَّهُ وَنِعمَ الوَكيلُ "Кешеләр мөъминдәргә: "Кәферҙәр һеҙгә ҡаршы ғәскәр тупланылар, һаҡ булығыҙ!", тип әйткәс, киреһенсә, мөъминдәрҙең имандары артты, һәм өндәштеләр: - Беҙгә Аллаһ Үҙе генә етә, һәм Ул иң яҡшы Ярҙамсы!". (Әлү Ғимран сүрәһе, 173-се аят).

Хәҙис 'Үмәр ибнү Әл-Хаттабтан еткерелгән хәҙистә: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Әгәрҙә һеҙ Аллаһҡа ихлас итеп таянған (тәүәкәлләнгән) булһағыҙ, иртәнсәк буш ҡарын менән осоп сығып, көн аҙағында туҡ ҡайтҡан ҡоштар кеүек ризыҡландырылыр инегеҙ". (Ҡарағыҙ Сүнән Тирмиҙи 2344, Силсиләтү Әхәәдиҫ әс-Сахихә 310, Сахих Мүснәд 986).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa