Ишембай ҡалаһында эшләп килгән Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры – республикала иң оло театрҙарҙың береһе. Уның тарихы 1934 йылға барып тоташа. Әлеге режиссеры Розалия Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумында режиссерлыҡҡа уҡый, унан һуң Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай. Яратҡан һөнәре буйынса 23 йыл эшләй, шуның 19-ын ул – С. Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театры менән бергә, коллективҡа 2005 йылдан алып етәкселек итә. Һәләтле йәш режиссерҙың беренсе ижад емештәре – Нәжип Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, балалар өсөн Туфан Миңнуллиндың “Ауыл эте Аҡбай” спектаклдәре. Розалия Әхмәт ҡыҙының тырышлығы, маҡсатҡа ынтылыусан булыуы уға яңынан коллектив туплап эшләргә ярҙам итә. Бер-бер артлы яңы премьералар донъя күрә. Н. Ғәйетбаевтың “Әстәғәфирулла”, “Яусы Йыһан” комедиялары. 2011 йылда режиссерҙың тәҡдиме буйынса башҡорт халыҡ театрына Сәрүәр Фәйзрахман ҡыҙы Сайранова исеме бирелә. 2012 йылда Т. Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпә