Ниһайәт, күптән көткән көн етте. Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһының төп приздарын еңеүселәр асыҡланды. Уны бөгөн иртән “Сәләм” тапшырыуында уйнаттылар. Шулай итеп "Novaland" торлаҡ комплексында фатирҙы АФ-021333 һанлы билет отто. “Нива” автомобилен – АШ-130108, икенсе “Нива” ны – АС-022322. Башҡортостан шифаханаһында ял – БА-133339, Сочи ҡалыһында ғаилә ялын – БА-113814. Яҡын арала ойоштороусылар еңеүселәр менән бәйләнешкә сығасаҡ. Әйткәндәй, отмаһағыҙ, тағы бер мөмкинлек ҡала. Бөгөн 12 сәғәттә тағы приздар уйнатыласаҡ. Унда тағы бер Сочиға юллама, Башҡортостан шифаханаһында ял һәм башҡа приздар бар. Отҡан билеттар араһында һеҙҙеке юҡмы? Булһа шатлығығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!