Найти в Дзене

Тәҙрә төбөндә еләк өлгөргән

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Айгөл Уразбаева ейән-ейәнсәрҙәрен баҡса еләге менән һыйлай башлаған. -Ишек алдында төҙөлөш, ремонт эштәре барғас, иркенләп еләк үҫтерә алмай килдем. Уҙған йәй бәләкәй генә бер мөйөштө кәртәләп, шунда еләк үҫтерҙем дә бәләкәй үҫентеләрен көҙ өйгә индереп ултырттым. Шаулап үҫеп киткәстәр, эх, ҙурыраҡ һауытҡа ултыртмағанмын икән тип үкенеп ҡуйҙым. Ғинуар айында емеш бирә лә башланылар. Ейән менән ейәнсәрем ҡунаҡҡа килгәндә бешкән береһен көтөп кенә йөрөнө. Әле арыуыҡ ваҡыттан килгәндәре юҡ, шуға еләктәрем ҡәҙимге күбәйеп китте. Икенсе йыл иркенерәк һауыттарға ултыртырға ниәтләнәм,- ти Айгөл апай. Ә һеҙҙең тәҙрә төбөндә ниндәй йәшелсә-емеш өлгөргән? Фото һәм текст сығанағы: "Атайсал" гәзитенән.