Иглин райоының Кәлтә һәм Урман ауылдарында тиҙҙән дөйөм практика табибының яңы модулле офистары асыласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Республиканың был ауылдарында модулле офистар ҡуйыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы мөмкин булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, Урман пациенттарын тәжрибәле табиптар – дөйөм практика табибы Лариса Мәмдиева, өлкән шәфҡәт туташы Зөлфирә Ғаязетдинова һәм акушер Валентина Кузнецова ҡабул итәсәк. Район үҙәгенән 42 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Урман 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙың бында диспансерлаштырыу үтергә, шулай уҡ дарыуҙарға льготалы рецепттар алырға мөмкинлеге бар. Заманса ҡорамалдар белгескә төрлө ауырыуҙарҙы һәм патологияларҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк. Кәлтә ауылындағы дөйөм практика табибы офисына килгәндә, әлеге ваҡытта лицензиялау процедураһы үткәрелә. Уны алғандан һуң офис үҙ эшен башлай. Әйткәндәй, бында 1200-ҙән ашыу кеше медицина ярҙамы аласаҡ. Район дауаханаһынан 30 саҡрым алы