Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр кешелә ниндәйҙер һәләт бар

Ауырғазы районы – бай театр тарихына эйә төбәк. Район исемен йөрөткән халыҡ театры республикабыҙҙа иң оло коллективтар рәтендә тора. Райондың театраль тарихы үткән быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Ауырғазы колхоз-совхоз театры ауыр һуғыш йылдарын лайыҡлы үтеп, үҙенсәлекле ижад йолаларын һаҡлап ҡала ала. 1956 йылда коллектив Салауат ҡалаһына күсерелеп, хәҙерге Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ була. Әлеге көндә эшләп килгән Ауырғазы татар халыҡ театрының эшмәкәрлеге 1964 йылда драма түңәрәге сифатында башлана. 1967 йылдан башлап “Ауырғазы” атамаһы менән йөрөтөлә башлай, шул уҡ йылда “халыҡ театры” исемен ала. Коллективтың репертуары бай. Башлыса башҡорт һәм татар драматургтарының пьесаларын сәхнәләштерәләр. Театр шулай уҡ илебеҙ халыҡтарының мәҙәни байлығын, халыҡ байрамдарын, йолаларын сағылдырған тамашалар ҙа ҡуя. “Ауырғазы” халыҡ театрына бына 16 йыл инде Гөлгөнә Хәмитова етәкселек итә. Яратҡан һөнәренә иһә 27 йылдан ашыу тоғро ул. “Режиссер – ҡатнашыусы күңеленә өмөт, үҙ-үҙенә ышаныс һала торған кеше, был һәүәҫкәр артисҡа киләсәктә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Режиссерҙың холҡонда, миңә ҡалһа, иң мөһим һыҙаттар ошо булырға тейеш: изге күңеллелек, яуаплылыҡ, түҙемлек, эшеңә мөкиббәнлек, коллегаларыңа ҡарата хөрмәт, һөнәри ғәҙеллек, әҙәплелек. Һәр кешелә ниндәйҙер һәләт бар, мин шуны табырға һәм үҫтерергә ярҙам итергә тейешмен, тип иҫәпләйем”, – ти ул. Конкурсыбыҙ дауам итә. Ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән Ауырғазының халыҡ таланттарынан торған театры етәксеһенә тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар! Фотолар: Г. Хәмитованан.