2025 йылда ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты программаһына ярашлы төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙә республиканан 325 мең кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 63 муниципалитетта урынлашҡан 216 объект тауыш биреүгә сығарылған. Иң күп тауыш йыйғандар киләһе йылда төҙөкләндереләсәк. – Был - ҡала һәм ауылдарҙы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләләренә халыҡты йәлеп итеүҙең иң уңайлы һәм һөҙөмтәле ысулы. Тауыш биреү барышында халыҡ төҙөкләндереү өсөн тәү сираттағы объекттарҙы билдәләй, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Был эште 02.gorodsreda.ru сайтында 30 апрелгә тиклем башҡарырға мөмкин. Бынан тыш, һайлауҙа ирекмәндәр ярҙам итә. Әйткәндәй, республиканан 17 мең ғариза аккредитацияланған. Ирекмәндәр һаны буйынса республика ун лидер иҫәбенә ингән. – 15-17 мартта ирекмәндәр 300 меңгә яҡын тауыш йыйҙы. Алда тағы ай ярым эш тора, һәм беҙҙең ирекмәндәребеҙ тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү итеү үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Килсенбаев. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: panoramarb.ru