– Үҙмәшғүл булараҡ иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғаризаны интернет аша паспорт мәғлүмәттәрен һәм ИНН-ды ҡулланып бирә алаһығыҙ. Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре”, “Минең һалымым” ҡушымтаһы аша, Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, банк ойошмалары аша ебәреү мөмкинлеге бар, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова. БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың ике айында республиканың тупланма бюджетына һалым керемдәре күләме, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 90 процентҡа яҡын артҡан. Уның күләме 115 миллион һум тәшкил иткән. – Күптәр бизнесты үҫтереүҙә тәүге аҙымдар яһау йәки өҫтәмә эш хаҡы алыу өсөн үҙмәшғүл статусын алырға мөрәжәғәт итә. Был статус бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән бер рәттән дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланырға мөмкинлек бирә, – тип аңлатма бирҙе профилле ведомство министры Рөстәм Афзалов. 2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда профе