Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаеваның күҙҙәрен кем "асҡан"?

Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Гөлназ Асаеваға ҡасандыр үҙе ярҙам иткән кешеләр ярҙам итеүҙән баш тартҡан. Был хәл йырсының кәйефен төшөргән, донъяға күҙҙәрен асҡан. Гөлназ үҙенең стористарында бынан ары бушҡа бер ниҙә эшләмәйәсәге тураһында һөйләй. “Вилдан, әле йөрөй башлау менән үк, минең бушҡа йырлаған, бушҡа видеороликта, рекламала, төрлө проекттарҙа төшкәнемә ғәжәпләнә ине. “Мин ғүмеремдә лә Асаеваны шундай тип уйламаған инем. Һин бигерәк “ыштанһыҙ” икән”, -ти. “Бөтә нәмә аҡсанан ғына тормай”, - тип яуап бирә инем уға. Тора икән. Ә бына һин ул кешеләрҙән ярҙам һорағас, улар һиңә ярҙам итмәй. Бөгөндән Асаева бушҡа бармаҡ та һелкетмәйәсәк. Улар минең ресурстарым, исемем менән файҙаланып... Ә мин, йүләр... Ҡыҫҡаһы, минең кеүек булмағыҙ", - тип кәңәш бирә йырсы. Гөлназ Асаева үҙенең "стерва, уҫал" битлеген һалып, ысынында ниндәй икәнлеген күрһәтә башлаясаҡ. Шулай уҡ йырсы 15 йәштән балалар йорттарына йөрөүе, бағыусылыҡ менән күптән шөғөлләнеүе тураһында ла һөйләйәсәк. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".