Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кемдең ҡулы барған?

Әлеге ваҡытта Өфөлә инде нисәнсе көн гөрләп Ришат Төхвәтуллиндың оркестр менән берлектәге концерттары бара. Улар көн һайын тулы залдар йыя, халыҡ яратып йөрөй. Әйткәндәй, беҙҙәге концерттарҙа уның оҙаҡламай бәпәй табырға тейеш ҡатыны Әлиә Ҡарасурина ла ҡатнаша. Әммә бөгөн, концерттың һуңғы көнөндә, бик күңелһеҙ хәл булған. Ришат Төхвәтуллин үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итеүенсә, кемдер уларҙың гримеркаларына ингән һәм этлек ҡылған. Асыҡланыуынса, кемдер Ришат менән Әлиәнең гримеркаһы ишеге өҫтөнә энәләр ҡаҙап ҡалдырған. Бүлмәлә ниндәйҙер шешәләрҙә һыуҙар ҡалдырғандар, әллә нимә менән көҙгөләрҙе бысратҡандар. Шулай уҡ ҡайһы бер концерт кейемдәрен иҙәнгә ташлағандар. Әлиәнең бер алҡаһы юғалған. Оркестр ҡыҙҙарының да ваҡ-төйәк әйберҙәре юғалған. Музыканттарҙың инструменттарын көйһөҙләгәндәр. Артистар һөйләүенсә, әйтерһең, кемдер ашыҡ-бошоҡ ингән дә тиҙ генә боҙоҡлоҡ эшләп сыҡҡан. Әлеге ваҡытта Ришат һаҡсыларҙы аяҡҡа баҫтырған, хәлде тикшереү башланған. “Бер нимәгә ҡарамай концертҡа әҙерләнәбеҙ. Бөтәгеҙҙе лә көтәбеҙ”, - тине Ришат. Артистың тыуған яҡында ошондай ҡырағайлыҡ ҡылыуҙары бик күңелһеҙ, әлбиттә. Фото: Ришат Төхвәтуллиндың "Бәйләнештә"ге рәсми төркөмөнән.