“Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан тормошобоҙҙо махсус хәрби операция ныҡ үҙгәртте, – тип яҙа Бишбүләк районы Набережный ауылынан Минәхмәт Райманов. – Беҙҙең ауыл халҡы һынауҙарҙы лайыҡлы үтә, алты егетебеҙ үҙ теләге менән Ватан һағына күтәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тик ятмай, хаҡлы ялдағылар еңеүҙе яҡынайтыу өсөн берҙәм рәүештә маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре әҙерләй, фронт өсөн кәрәк-яраҡ туплай. Уларҙың ниндәй ҙур тырышлыҡ, теләк менән эшләүҙәрен ҡарап тороу күңелле! Был уларҙың фекер алышыу, дискуссион клубы тип әйтер инем. Бына улар: Замира Фәритова, Мөхтәрәмә Ғәйнетдинова, Зилә Райманова, Зөлфиә Сәғҙиева, Дания Вәлиева, Дилә Мурзина, Әлмирә Ибраһимова, Ләйлә Нәбиуллина, Резеда Иҙрисова, Ирина Копылова, Зөлфиә Дәүләтова. Был исемлек гел генә үҙгәреп, тулыланып тора. Ауылыбыҙ бәләкәй, әммә ярҙам итеүсе илһөйәрҙәр күп. Мәҫәлән, Ольга Чернопрудова өйөндә ойоҡбаштар бәйләү менән шөғөлләнә, утыҙ парын яугирҙәргә ебәрҙе лә инде. Беҙҙе еңеү, дошмандың теҙләндереүе мөмкин түгел! Махсус хәрби операция кемдең кемлеген асыҡ күрһәтте. Еңеү хаҡына үҙҙәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй ҡулдан килгән һәр эшкә тотонған ауылдаштарыма рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!” Миниәхмәт Райманов фотоһы. https://svetput.ru/news/common_material/2024-03-06/zhiteli-derevni-naberezhnyy-otkliknulis-na-vyzov-vremeni-3671043