Өфөлә билдәле ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры Мөхәммәт Харрасов вафат булды. Уға 75 йәш ине. Мөхәммәт Хәҙис улы Харрасов 1948 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған. М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында һәм докторантураһында уҡыған. Докторантураны тамамлағандан һуң статистик радиофизика һәм элемтә кафедраһы мөдире, физика факультеты деканы була. Сит илдә – Алжир университеттарының береһендә уҡыта. 1994 йылда Мәскәү дәүләт университетының квант статистикаһы һәм баҫыу теорияһы кафедраһында “Динамик системаның ҡайһы бер моделдәрендә Боголюбовтың асимптотик алымдар” темаһы буйынса “Теоретик физика” белгеслеге буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Физика факультеты деканы булып эшләгән сағында, “Геофизика” һәм “Оптик элемтә физикаһы һәм техникаһы” белгеслеге, шулай уҡ “Наноматериалдар физикаһы һәм технологиялары” кафедраһы асылған. Харрасов теоретик физика өлкәһендә ҙур белгес була. Мөхәммәт Харрасов – физик, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2002), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Рәсәй Федерацияның (2008) һәм Башҡортостан Республиканың (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1998), Рәсәй Федерацияның почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Федерацияның Мәғариф министрлығы отличнигы (2003). Хушлашыу көнө һәм урыны хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт һуңғараҡ билдәле буласаҡ. Фото: Башинформ.