Өфө дәүләт нефть техник университеты углерод технологиялары үҙәгенең белгестәре графен һәм графит йыйылмаһы алыу өсөн уникаль ҡоролма эшләгән. Ул төҙөлөш материалдарын һәм автомобиль тәгәрмәстәрен эшкәрткәндән һуң көнкүрештә һәм спорт изделиеларын етештереү өсөн ҡулланыуҙы киңәйтәсәк. – Вуз-ара кампусҡа күскәндән һуң беҙ тәүге һөҙөмтәләрҙе йәһәтерәк күрергә тырыштыҡ, – тип һөйләй Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры Михаил Доломатов. – Был тәңгәлдә беҙ Рәсәйҙә – беренсе. Ысынлап та, шәп проект ине ул. Камиллаштырылған флэш-пиролиздың плазма-химик ҡоролмаһын эшләнек, үҙ сиратында, графит йыйылмаһын алдыҡ. Ошо уйлап табылған әйбер ысын мәғәнәһендә импортҡа алмаш ул. Михаил Доломатов физика менән химия йүнәлешендә оҙаҡ йылдар эшләй. Ғалимдың 100-ҙән ашыу ғилми эше, 20 тирәһе монографияһы һәм 45-ләгән автор танытмаһы һәм Рәсәй патенты бар. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.