Күптәрҙең яратҡан йырына әүерелгән был йыр ҡаҙаҡтарҙыҡы. Ғ. Ҡайербеков һүҙҙәре һәм Ш.Ҡалдаяков көйө. Йыр 1957 йылдың 4 сентябрендә сыға. Әсәйҙәре вафат булғас, ни бары 15 минутта яҙылған йыр күп халыҡтарҙың әсәйҙәргә арналған гимн булып китеүен дә белмәгәндер әле уны ижад итеүселәр. Түбәндәге йырҙы Ҡайрат Нуртас башҡара. Ысынлап та, матур һәм моңло йырға тәржемә крәкме ни... Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың, Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың. Биргәнһең ҡанаттар талпыныр сағымда, Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының - гөл-баҡса, наҙлы ел - һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем, Берҙән-бер бүләгем – тоғ(о)ро йөрәгем. Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға, Үҙеңә аталған йырыңды ҡушып ал. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының - гөл-баҡса, наҙлы ел - һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын. Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын. Бурыслы һиңә мин, әсәйем -алтыным, Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын. Ай менән Ҡояшты бирергә уйланым. Үрелеп алырға етмәне буйғынам. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең. Ҡуйының - гөл-баҡса, наҙлы ел - һулышың. Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын, Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.