Башҡортостан Республикаһы Сириустағы Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡунаҡтарҙы 7 мең порция туңдырма, сәк-сәк һәм леденецтар менән һыйланы. Бөтә донъя йәштәр фестивале тамамланды, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән ойошторолдо. Фестивалгә бөтә донъянан 20 меңдән ашыу йәштәр килгән. Фестивалдә иң ҙур стенд Башҡортостан Республиканыҡы булды. Ул ҙурлығы менән дә, кешенең күпләп килеүе, ҡыҙыҡһыныуы, төрлө ил йәштәренең сараларҙа ҡатнашыуы, башҡорт бейеүҙәре өйрәнеүҙәре менән дә айырылып торҙо. Тағы ла улар “Берлога” интерактивы менән танышты, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы менән телекүперҙә ҡатнашты. Фестивалдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың милли ризыҡтарынан ауыҙ итә алды: бал, сәк-сәк, туңдырма менән һыйланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Фестивалдә Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ксения Разуваева, РФ Мәғариф министрлығының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев, РФ фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһенең урынбаҫары Дамир Фәттәхов ҡатнашты. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23257/