Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Асҡын районында яңы ФАП

Райондың Яңы Бағаҙы ауылында модулле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы булдырылды. Яңы пунктта планлы һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы өсөн бөтә кәрәкле нәмә лә бар. Коммуникациялар тоташтырылған, һыуыҡ һәм эҫе һыу, электр үткәрелгән. Заманса бинала сирлеләрҙе тикшереү, процедуралар яһау бүлмәләре, санитария урыны һәм гардероб бар. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәжрибәле табип Илүсә Ғибәтова етәкселек итә. “Был ФАП 200-ҙән ашыу кеше йәшәгән Яңы Бағаҙы ауылын хеҙмәтләндерәсәк. Хәҙер бында йәшәгән халыҡ диспансерлаштырыу үтеү, вакциналар эшләтеү мөмкинлегенә эйә”, – ти Асҡын район дауаханаһының баш табибы Вадим Ғәләүетдинов. Фото: “Башинформ”.