Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дүрт игеҙәк тыуған!

Яҙҙың тәүге көндәрендә Мәскәүҙә В.И. Кулаков исемендәге медицина үҙәгендә дүрт игеҙәк баланы һәм уларҙың әсәләрен дауахананан сығарғандар. Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының В.И. Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология фәнни-медицина-тикшеренеү үҙәге сайтында хәбәр ителә. Дүрт игеҙәк тыуыуы - 700 мең тапҡыр осраҡта бер була торған хәл, ти табиптар. Ғаилә иртә срокта уҡ дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм сабыйҙарҙың барыһы ла иҫән-һау донъяға килгән. 1750, 1480, 1920 грамм ауырлығындағы өс ҡыҙ һәм 1990 грамлыҡ бер малай тыуған. Бәләкәстәргә Данил, Камилла, Милана һәм Айла тип исем ҡушҡандар. Йолдыз менән Марат Салауатовтарҙың тағы ла ике балаһы бар, әле улар алты балаға атай һәм әсәй. Улар сығыштары менән Дағстан кешеләре, һуңғы биш йылда Йолдыз менән Марат Салауатовтар Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Бәхетле атай-әсәйҙең беҙ ҙә сикһеҙ ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".