Добрейкина... Фамилияһынан уҡ изгелек һүҙе бөркөлөп торған был ҡатын менән ун йыл самаһы элек осрашҡан булғайны. Ул баш ҡалала урынлашҡан билдәле ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы клиникаһында узи табибы булып эшләне. Йөклө саҡта буласаҡ әсә эсендәге сабый өсөн бик борсола, һәм форсаты сыҡҡан һайын узиға йүгерә. Татьяна Васильевна тәү күреүҙән оҡшаны. Тыныс, йылмайып торған белгес һине шунда уҡ тынысландыра, бәләкәй генә етешһеҙлекте лә үткер күҙҙәре менән күреп ҡала һәм борсолдормай ғына табипҡа йүнәлтә... Уның күҙ ҡарашы аша скринингтарҙы үткән балалар әле мәктәптә уҡып йөрөй, ә Татьяна Васильевна һаман шундай уҡ көслө, йылмайып тороусо белгес. Тик ошо йылдар эсендә яҙмыш уға бик күп һынауҙар ебәреп тә өлгөргән. Бөгөн Ҡ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында УЗИ диагностикаһы бүлексәһе мөдире булып эшләгән Татьяна Васильевна республика табиптары командаһы составында ете тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә эшләп ҡайтҡан, өс бала әсәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ ҡына МХО-ла яугир ирен юғалтҡан... Уның менән табиптарҙың изге миссияһы, ире тураһындағы яҡты хәтер, махсус хәрби операция биләмәһендә кемдең-кемлеге һәм дин тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. – Татьяна Васильевна, һеҙ бөгөн бар республикаға билдәле узи табибы. Һеҙҙән ҡаралыр өсөн кешеләр сират тора. Һүҙҙе төп эшмәкәрлегегеҙҙән башлайыҡ. Ни өсөн тап табип һөнәрен һайларға ҡарар иттегеҙ? – Сығышым менән Бишбүләк районынан мин. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәйҙәге медицина училищеһына уҡырға индем. Әсәйем 16 ғына йәшлек сағымда Өфөгә ебәрергә йәлләне. Унда бер йыл уҡығас, медицинаның минеке икәнлеген ныҡлы аңланым һәм Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға барырға ҡарар иттем. Тәүҙә педиатрия бүлеген һайлағайным. Икенсе курстан санитарка, шәфҡәт туташы булып эшләй ҙә башланым. Уҡый килә гинекология һәм акушерлеҡ йүнәлеше ҡыҙыҡһындыра башланы. Республика клиник дауаханаһында интернатура үтеп йөрөгән саҡта операция бүлегенә саҡырҙылар, ауыр хәлдә ҡатынды алып килгәндәр ине. Өлкән коллегалар сир тарихын өйрәнергә ҡушты, ә унда узи һүрәте генә. Тегеләй ҡараным, былай ҡараным, тик бер нимә лә аңламаным. Остазым, тәжрибәле табип: “һөнәрҙә 10 йыл эшләһәгеҙ, аңларһығыҙ”, – тине. Минең ун йыл ваҡытым юҡ тинем. Һәм үҙем уҡырға, ошо һөнәрҙе үҙләштерергә ҡарар иттем. Бәхеткә, шул саҡта тап клиник фекерле акушер-гинекологтарҙы ошо һөнәргә махсус йыйып уҡыталар ине. Яңы белем үҙләштергәндә һаман гинекология өлкәһе менән ҡыҙыҡһынһам да, уҡытыусым һиңә узист булырға кәрәк, барымың бар тине. Һөҙөмтәлә, бына инде 15-се йыл ошо һөнәрҙә эшләйем. Һәм бының өсөн Хоҙайға бик рәхмәтлемен. Ул миңә башҡалар күрмәгәнде күрергә, дөрөҫ диагноздар ҡуйырға, операция эшләгән табиптарға дөрөҫ снимоктар бирергә һәм шуның менән кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Был бик ҡәҙерле. Көн һайын яратҡан эш урыныма ҙур теләк менән киләм. 100 процент көсөмдө һалам. Ғөмүмән, республика клиник дауаханаһының узи мәктәбе көслө һәмә беҙҙән өлгө алалар. 2020 йылдан бүлексә мөдиремен. – Ватанды һаҡлаусылар байрамы көнөндә һеҙ балаларығыҙ менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған ирегеҙ Алексей Мартынов өсөн Шаймораов миҙалын алдығыҙ... Кем ине иптәшегеҙ? – 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, ирем унда барырға ҡарар итте. Мин барлыҡ хәүефте аңлаһам да, уға ҡаршы сыҡманым. Беҙҙең ғаиләнең үҙ сәйәси ҡараштары бар. Ирем тарихты яҡшы белә, төрлө яҡлы үҫешкән, аҡыллы кеше. Бөтә ерҙә лә ябай эшсенән башлап, етәксе вазифаларға тиклем үрләй ине. Китергә хәл иткән саҡта ла һәйбәт эше, етәксе вазифаһы, юғары эш хаҡы булды. Шул уҡ ваҡытта ул балалар менән шөғөлләнә, уҡыуҙарында ярҙам итә. Балаларыбыҙ дөрөҫ тәрбиә алып үҫте. Нимә ул тыуған ил, намыҫ, ир бурысы тигәнде яҡшы аңлайҙар. Алексей һәр ваҡыт власты әрләргә, уға ҡаршы барырға ярамай тине. Киреһенсә, улар өсөн доға ҡылырға, ил, халыҡ өсөн күберәк файҙалы эштәр башҡарырға аҡыл бирһен тип теләргә кәрәк тине. Ғөмүмән, мин үҙем дә патриоттар ғаиләһендә тыуғанмын. Ата-әсәйем уҡытыусылар. Атайым армияла саҡта өс айға Афғанстанға эләгә, унан ҡайтҡас мәктәптә ОБЖ, НВП, физик культура дәрестәрен уҡыта, тәрбиә эше менән була. Бөтә олатайҙарым, туғандарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында булған. Ирем дә, атайым да илебеҙҙең ысын париоттары. Алексей Хөкүмәт тураһында насар һүҙ әйтергә ҡушманы һәм яратманы. Ҡаршы һөйләгән кешеләрҙең күҙен асырға тырышты. “Тыуған ил – ул әсәй. Бына һиңә әсәйең күпте бирҙеме? Ул миллионермы? Һарайҙар ҡалдырҙымы? Юҡ, ябай эшсе ине тиһең. Тимәк бер нимә лә бирмәнеме? Шулай булғас ташла әсәйеңде, өйөңә индермә. Тыуған ил дә шундай уҡ әсәй. Ул һиңә белем, эш бирҙе, балалар үҫтерергә ярҙам итә. Оҡшамаһа тор ҙа сит илгә сығып кит. Тик унда һин бер кемгә лә кәрәк түгелһең”, – тип әйтә торғайны. Илем миңә нимә бирҙе тип түгел, ә мин Тыуған илем, республикам үҫешһен өсөн нимә эшләнем тип һора үҙеңдән тип әйтә торғайны. Әлбиттә, ошондай ҡарашлы кеше иле хәүефһеҙегенә янаған саҡта өйҙә ятып ҡала алманы. – Хәрби тәжрибәһе бар инеме? – Ирем армия йәшенә еткәндә, уның өсөнсө дәрәжә яҫы аяҡлығы, ашҡаҙанында сей яра һәм үткәрелгән сысҡан биҙгәге сире тигән диагноздары бар ине. Уны армияға алмағандар. Тәүге һөнәре буйынса ашнаҡсы булған Алексей ашарға бешерер өсөн булһа ла алығыҙ тип ҡараған, тик армияға барыбер алынмаған. Ә мобилизация иғлан ителгәс, уны һинең хәрби тәжрибәң юҡ тип йәнә алмайҙар. Ул саҡта әле республикала доброволецтар батальондары юҡ ине. Ирем юлын тапты: Чечняның “Ахмат” батальоны аша китте. Теләмәгән кеше бармаҫ өсөн барыһын да эшләр ине, ул киреһенсә китер өсөн юлдар эҙләне. “Тыуған илемә минең ярҙам кәрәк саҡта өйҙә ятып ҡалһам, аҙаҡ балаларыма, ейәндәремә нимә тип әйтер инем”? – тине ул. Һөҙөмтәлә ул 2022 йылдың майында юлланды, ә мин августа Красный Луч ҡалаһына юл алдым... – Ошо турала ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине. Беҙ Башҡортостан табиптары бригадаһының Луганск Халыҡ Республикаһына барып эшләгәне, күп ғүмерҙәр ҡотҡарғаны тураһында барыһын да ишетеп торҙоҡ. Ә эстән был эш нисек ойошторолған ине? – Башҡортостандан тәүге бригада 2022 йылдың майында юлланды. Беҙҙән дә табиптар һоранылар. Ул саҡта бер коллеганың ире водитель булып бара ине, шуға күрә беренсе бригадала бергә йөрөп ҡайтайыҡ тип ул китте. Барырға теләгәндәр байтаҡ булғас, график төҙөнөк. Мин дә ул исемлеккә эләктем һәм августа Красный Луч ҡалаһына килеп еттем. Ирем менән аралаша инек. Уның минән ни бары 60 километр алыҫлыҡта ғына икәнен белеп торҙом. Тәүге командировкаға табип булараҡ барһам, аҙаҡ бригада етәксе вазифаһында булдым, йәмғеһе ете тапҡыр булырға тура килде. Ҡайһы бер командировкалар бер ай, ҡайһылары ике айлап дауам итте, мин дөйөм алғанда унда ун ай булғанмын тип иҫәпләнем. Хоҙайға бик рәхмәтлемен, унда саҡта ирем менән күрешеп тороу мөмкинлеге булды. Командиры уның тәртипле кеше икәнлеген, алдамаҫын, ҡасып китмәҫен, күрше ҡалала ҡатыны табип икәнлеген белде һәм ышанып яныма ебәрҙе. Эшкә килгәндә, тәүҙә беҙ урындағы тыныс халыҡҡа: өлкәндәргә һәм балаларға ярҙам иттек. Һуңынан октябрҙә барған саҡта хәрби госпиталдәр асылды. Ташландыҡ ҡына биналар биргәйнеләр, беҙҙең Хөкүмәт уны тәртипкә килтерҙе, бөтә кәрәкле ҡорамалдар, әйберҙәр менән тәьмин итте. Беҙ бит ундабуш ҡул бармайбыҙ, барлыҡ модулдәр, ҡорамалдар, тулыһынса эште тәьмин итерлек медицина кәрәк-ярағы менән барабыҙ. Дөйөм алғанда 125, 80, 70 һәм 40 кешелек дүрт госпиталь асылды. Унда 2500 хәрбиҙе стационар шарттарында дауалап сығарҙыҡ. Бригада поликлиника һәм стационар шарттарында эшләүен дауам иттә. Медицина ярҙамын мохтаж булған һәр кемгә күрһәттек. Бик күп операциялар башҡарылды, ауыр осраҡтарҙы үҙәккә ебәрҙек. – Башҡа ҡалаларға ла барып йөрөнөгөҙ шикелле? – Эйе, беҙҙең бригадалар егеттәребеҙ төпләнгән ҡалаларға сығып, урында дауалау, тикшереү менән дә шөғөлләнде. Шайморатовсылар, Доставаловсылар батальондарында, мобилизацияланған яугирҙәр янында булдыҡ. Геническ, Сватово, Лисичанск кеүек ҡалаларҙа эшләнек. Бөтә ерҙә лә хәрбиҙәр беҙҙе бик ҡыуанып ҡабул итте, башҡалар уларға көнләшеп тә ҡараны. –Был беҙҙең етәкселектең иғтибары кимәле тураһында һөйләйме? – Әлбиттә! Башҡортостан етәкселегенең үҙенең хәрбиҙәре өсөн нимә эшләгәнен аңлар өсөн быны күрер кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул хатта беҙҙең яугирҙәр өсөн ысын байрамдар ойошторҙо. Беҙҙе табиптарҙы, артистар, парикмахерҙар, ашнаҡсылар, мунса алып барҙы. Егеттәр рәхәтләнеп ял итте, үҙҙәрен тәртипкә килтерҙе. Бер етәксе лә үҙ яугирҙәре өсөн был тиклемде эшләмәй. Шул тиклем матур йөрөп ҡайттыҡ, ярҙам итә алған өсөн беҙ ҙә ныҡ ҡыуандыҡ. Бер тапҡыр Петровское ҡалаһында мәктәптә дүрт көн буйы балаларҙы ҡараныҡ. Шунда беҙҙә дауаланған ҡатын килде һәм илап рәхмәттәрен әйтте. “Ә бит тормош яҡшыра. Нисек һеҙҙең республикаға рәхмәт әйтмәҫкә инде. Мәктәпте юҡтан бар иттеләр, юлдар һалалар, биналарҙы төҙөкләндерәләр. Хатта табиптарығыҙ үҙҙәре килеп балаларҙы дауалай. Иң мөһиме бер нимә өсөн аҡса һорамайһығыҙ, мөнәсәбәтәгеҙ ҙә бик яҡшы”, – тине. Ошондай һүҙҙәр беҙҙең өсөн мөһим. Луганск Халыҡ Республикаһында беҙҙең табиптар ғына эшләмәй бит. Унда төҙөүселәр ҙә бар, юлсылар ҙа. Унда Радий Хәбиров бик көслө команда ебәрҙе. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов ҡына ни тора! Уның янында беҙ үҙебеҙҙе таш стена артында кеүек тоябыҙ. Бөтә ойоштороу мәсьәләләре урында хәл ителә, урындағылар уларҙың ауыҙына ғына ҡарап тора. Азамат Фәрит улы булмаһа, уның ярҙамсылары шунда, улар ҙа бөтә мәсьәләләрҙе урында хәл итә. Беҙ үҙебеҙҙе хәрбиҙәр кеүек тойҙоҡ. Приказ бирелә икән, ҡайҙа барғанды ла һорап тормай, бер нисә минут эсендә йыйынабыҙ ҙа машиналарға сығып ултырабыҙ. Барабыҙ һәм кемгә ярҙам кәрәк күрһәтәбеҙ. Бригадала булған табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына ҙур рәхмәт, барыһын да аңлап ҡабул итәләр. Бер низағ, һүҙгә килеш булманы. Һәр кем ни өсөн килгәнен белә һәм үҙ бурысын аныҡ башҡара. Мин уларға тәүге көндән: “Һеҙҙең бында иғтибар талап иткән балаларығыҙ, малығыҙ, баҡсағыҙ, ғаиләгеҙ юҡ. Эшләргә тип килгәнбеҙ, тәүлегенә 24 сәғәт, аҙнаһына ете көн эшләйбеҙ”, – тинем. Һәм бер кем дә ҡаршы булманы. – Урындағы халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итте? – Халыҡ төрлө, әлбиттә. Әммә, әгәр һин кешегә яҡшылыҡ менән киләһең икән, ул да бит һиңә һәйбәт мөнәсәбәттә буласаҡ. Күпселек беҙҙең нисек ҡарағанды күрҙе һәм яҡшылыҡ менән яуап бирҙе. Беҙ бик күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡарҙыҡ. Ауыр сирҙәр табылды, ваҡытында дауаланды. Балалар ҡаралмаған булыуы асыҡланды. Беҙҙә сабый ғүмеренең тәүге йылында уҡ хәл ителгән проблемалар унда 8-9 йәштә лә шул килеш ҡалған осраҡтар күп ине. Уларҙы дауаланыҡ. Икенсенән, бында кешеләр бар нәмә өсөн аҡса түләргә өйрәнгән. Киләләр ҙә иң тәүҙә аҡса һалалар. “Беҙҙе лә үпкәләтмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә үпкәләмәгеҙ. Тик беҙгә аҡса, күстәнәс кәрәкмәй. Кемдең алғанын белһәк, шунда уҡ ҡайтып китәсәк. Бында беҙҙең ҡағиҙәләр, ә беҙ кешеләрҙе бушлай дауалайбыҙ. Ярҙам иткегеҙ килһә сиркәүгә, мәсеткә барығыҙ, беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ”, – тинем. Кемдер һинең өсөн, ғаиләң өсөн доға ҡылһа был Хоҙайҙың иң ҙур бүләге. Тағы шуныһы, урындағылар Владимир Путинды, Радий Хәбировты яҡшы белә, хөрмәт итә. Был беҙҙең өсөн ҙур баһа. – Һеҙ бик йыш Хоҙай, дин һүҙҙәрен ҡабатлайһығыҙ. – Минең динем – православие. Беҙ диндар ғаиләлә үҫтек, ирем менән дә дингә ҡоролған ғаилә булдырҙыҡ. Ныҡ ышанам, һәм ошоноң өсөн рәхмәтлемен. Ни өсөн тыуғанымды, ниндәй маҡсат менән йәшәгәнемде яҡшы беләм. Дингә килгәндә, һуғышта унһыҙ булмай, унда ул нығыраҡ кәрәк. Беҙ гуманитар йөк менән урындағы сиркәү һәм мәсеткә барып йөрөнөк. Мәсеткә инеп, мулла менән һөйләшкәнде, унда үҙемсә уҡынғанды күреп, мосолман-коллегаларбер аҙ аптыраны. Аллаһ йорто һәр кем өсөн дә бер тип иҫәпләйем. Теләгең бар икән, инәһең дә доға ҡылаһың. Мәсеттә мин мосолмандар йолаларын үтәйем, башымды ябам, оҙон итәкле, еңле әйбер кейәм, Хоҙайҙан ярҙам һорайым. Ғөмүмән, Башҡортостанда дин мәсәьәләһе бик ыңғай хәл ителә бит. Беҙҙә мосолмандар ҙа, православие динен тотҡандар ҙа, башҡалар ҙа бик татыу йәшәй, бергә байрам итәбеҙ, бергә эшләйбеҙ. Урындағы мулла менән бик күп тапҡыр һөйләштек, Ҡөрьән, Евангелия тураһында, дини тәрбиә тураһында аралаштыҡ. Мин кешеләрҙең үҙемә ниндәй мөнәсәбәттә булыуын теләһәм, үҙем уларға шулай ҡарайым. Кем килһә лә туғаныма ярҙам иткәндәй тырышам. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә кемдеңдер ҡулы аша ярҙам итә. Тап ошо кешегә минең ҡулым аша ярҙам итергә теләгәне өсөн рәхмәтлемен. – Добрейкина фамилияһына тап төшөрмәйһегеҙ тимәк. – Добрейкина атайымдың фамилияһы, малайҙары булмағас бик ҡайғырҙы, матур фамилиям юғалыр тип борсолдо. Шуға кейәүгә сыҡҡас алмаштырманым һәм уның исемен дауам итәм. Атайым ныҡ изге күңелле кеше һәм беҙҙе лә шулай тәрбиәләне. Ошондай уҡ рухтағы, шундай уҡ ҡарашлы иремде осратыуға бик шатмын. Алексейҙың шундай һүҙҙәре ҡалды: “Бөтә кеше лә һәйбәт булып тыуа. Тик үҫкән саҡта кемдеңдер уны үпкәләтеүе, ауыр һүҙе, насар ҡарашы, күңелен ҡатыра. Бөтәбеҙ ҙә кешеләр, төрлө саҡтар була. Тик бер-беребеҙгә ҡаты бәрелмәҫкә тырышһаҡ ине. Һәр саҡ үҙеңдән башларға кәрәк”. – Ирегеҙ яңы ғына һәләк булды бит. Йөрәгегеҙҙә Хоҙай булғас, юғалтыуҙы кисереү еңелерәкме? – Әлбиттә, ауыр, әлбиттә, ҡыйын. Ҡайһы саҡта башҡа һыймай китә. Ғүмеребеҙҙе былай булыр тип планлаштырмағайныҡ беҙ. Тик китәм тигән ирем барыбер китер ине, яҙмыш ҡушҡас, һуғышта һәләк булды. Быйыл 15 ғинуарҙа үлде ул. Ундағы яугирҙәр барыһын да яҡшы аңлай, бөтәһенең дә ҡайтмаҫын да белә. Тик ирлек бурысы улар өсөн иң мөһиме. Шөкөр, уның менән 17 йыл йәшәп ҡалдыҡ, өс балаға ғүмер бирҙек. Ул миңә һәйбәт табип булыр өсөн ныҡ ярҙам итте. Эшемде яратҡанды белә ине, шуға балалар менән шөғөлләнеү, өйгә эш эшләү кеүек бурыстарҙы үҙенә алды. “Һин таш инең, мин һинән ҡая яһаным”, – тип көлә торғайны. Был ысынлап шулай, мин хәҙер көслө булып алға барам. Балаларға һәйбәт тәрбиә бирҙек. Беҙ хатта уның ике һеңлеһен уҡытып аяҡҡа баҫтырырға өлгөрҙөк. Ул ҡыҙҙар хәҙер медицина йүнәлешендә белем алып, эшләп йөрөй. Күпте өлгөрҙөк, тик өлгөрмәгәне лә байтаҡ. Әммә тағы берҙе ҡабатлайым, Алексей бармай ҡала алмаҫ ине. Уның намыҫы ҡушмаҫ ине. Ирем шул тиклем изге кеше булды, ул үҙе үлгәс тә мине борсоманы. Бик ыңғай ғына итеп барып кәүҙәһен алдыҡ. Шул уҡ көндө документтар ҙа әҙер булды, кәрәкле машина ла табылды, буран арҡаһында ябылған юлдар ҙа беҙҙең алда асылып торҙо. Ул һәр ваҡыт яныңда буласаҡмын тине, һәм мин уның эргәмдә икәнлеген тоям һәм ошонан көс алып йәшәйем. – Икегеҙ ҙә “теге яҡта” саҡта балаларығыҙҙы кем ҡараны? – Ныҡ рәхмәтләмен, атайым менән әсәйем һәм ҡәйнәм бар. Улар балалар тыуғандан алып беҙҙең янда. Тәүге ҡыҙыбыҙтыуғансаҡта икебеҙ ҙә уҡый инек әле. Ҡәйнәм, эштән китте, баланы ҡарашты. Шуға күрә командировкаларға тыныс күңел менән китәм, балаларҙың ҡараулы, тәрбиәлә икәнлеген беләм. – Тағы ла ошондай командировкаларға барасаҡһығыҙмы? – Әлбиттә. Һис уйламай, юлға сығырға әҙермен! Айрат Нурмөхәмәтов һәм шәхси архив фотолары.