Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Матур булып килә ҡалаһы... (8 март)

Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Ҡәйнәм, уның 80 йәшен үткән әсәһе һәм минең ул саҡта өс һәм биш йәшлек булған ҡыҙҙар ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барырға йыйындыҡ. Минең биҙәнеп торғанды күргән ҡәйнәм йүгереп килеп, “мин дә ҡупшыланайым әле” тип күҙҙәренә һөрмә тартты, ике бәләкәй ҡыҙ помадаға йәбеште, ә өлкән йәштәге ҡарт ҡәйнәм иһә “духи булһа ла һөртөгөҙ миңә” тип, яулыҡ-күлдәктәрен төҙәтте. Тел төбөм шунда: ҡатын-ҡыҙға нисә йәш булһа ла, уның матурыраҡ, йәшерәк күренгеһе килә! “Хәҙер тәбиғилек модала” тиһәк тә, барыбер форсаты сығыу менән биҙәнергә тырышабыҙ. Ә сәстәргә иһә ай һайын иғтибар кәрәк. Улар матур һәм тәбиғи булып күренһен өсөн салондарҙа нисә сәғәттәр үткәргәнде белһәләр икән... “Башҡортостан” гәзите был юлы ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан традицияға әйләнгән экспериментын яһарға булды. Биҙәнгәнгә тиклем нисекбеҙ ҙә, һуңынан нисек? Һөҙөмтәне үҙегеҙ баһалағыҙ! Фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов менән Матбуғат йортонан алыҫ булмаған матурлыҡ салондарының береһенә юл тоттоҡ. Ул Үҙәк баҙар туҡталышы артында ғына урынлашҡан башҡорт ҡыҙы Дамира Шакирханованыҡы ине. Дамира сығышы менән Ырымбур өлкәһенән булып сыҡты. Белеме буйынса иҡтисадсы булһа ла, бәләкәй саҡтан сәс ҡырҡыу, биҙәнеү менән мауыға. Шуға күрә юғары белем алып йөрөгән сағында бер юлы парихмахерға ла уҡый. Хеҙмәт юлын Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһындағы матурлыҡ салонында башлай һәм артабан ҡайҙа ғына эшләмәй. Хатта Мәскәүҙең “текә” салондарында ла сәс ҡырҡа ул. Шул уҡ ваҡытта һөнәрендә камиллашыуын, үҫеүен дауам итә. Халыҡ-ара парикмахер сәнғәте мәктәптәрендә уҡый. Бер юлы макияж, маникюр, педикюр, массаж кеүек һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә. Кейәүгә сыҡҡас, ул Өфөгә килеп төпләнә. Өс малайға ғүмер бирә. Бында ла матурлыҡ салондарында эшләүен дауам итә. Бер юлы баш ҡалалағы 10-сы лицейҙа балаларҙы парикмахер сәнғәте сеҙәренә өйрәтә, Башҡортостан юлдаш телеканалында стилист, гример булып эшләй. 2018 йылда Дамира таксиҙа бәләкәй улы менән ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып барған саҡта ҡурҡыныс аварияға осрай. Машина юлдан осоп түңкәрелә. Уның умыртҡа һөйәге, аяҡ-ҡулдары һына, бик күп йәрәхәттәр ала. – Бик оҙаҡ дауаханала яттым, бер йыл буйына реабилитация үттем, яңынан атларға, йәшәргә өйрәндем. Яҡындарыма, табиптарға рәхмәт, янымда булдылар, ярҙам иттеләр. Мин шул саҡта бик күп уйландым. Гел генә бар тормошом алда әле, хыялдарымды тормошҡа ашырырға ваҡыт күп ти инем. Ә бит юҡ! Иртәгә нимә булырын бер кем дә белмәй. Бөгөн барбыҙ, иртәгә – юҡ. Шуға күрә һуҙып йөрөмәҫкә, ә электән хыялланғанса үҙ салонымды асырға ҡарар иттем һәм һауыҡҡас тормошҡа ашырҙым, – тип һөйләй ул. Һәм ысынлап та теләген тормошҡа ашырған һәм салон асҡан. Бында ул алты кешегә эш урыны биргән. Салонда сәс ҡырҡалар, буяйҙар, сәс тәрбиәләйҙәр, туй һәм байрам прическалары яһайҙар. Шулай уҡ байрам һәм көндәлек макияжы яһайҙар, массаж, маникюр һәм педикюр хеҙмәттәре бар. Ҡыҫҡаһы, матур сараға барам тигән гүзәл затты тулыһынса әҙерләп сығаралар. Дамира быларҙы һөйләгән арала эшкә лә тотондо. Тәүҙә сәстәрҙе бөҙөрләтте һәм еңел генә прическа яһаны. Унан макияжға тотондо. Шуныһы оҡшаны: уның эштәрендә әллә ҡайҙан ҡысҡырып торған сағыу тондар юҡ. Ул йөҙ төҙөлөшөнә, ҡиәфәткә, тире төҫөнә ҡарап төҫтәр һайланы һәм тиҙ генә биҙәндереп тә ҡуйҙы. Әлбиттә, кемгәлер сағыу макияж кәрәк булһа, ул клиенттың теләген үтәй һәм нисек кәрәк шулай эшләй. Ләкин күпселек осраҡта уға килгән кешеләр оҫтаға ышана һәм һөҙөмтәгә ҡәнәғәт булып ҡайтып китә. – Һылыу ҡыҙҙар, апай-инәйҙәр! Барығыҙҙы ла 8 март байрамы менән ҡотлайым. Үҙегеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ, ҡарап йөрөгөҙ. Бөгөнгө ваҡытта йәшкә ҡарамай матур һәм йәш булып ҡалырға мөмкин, дөрөҫ маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға табан яйлап барырға ғына кәрәк. Бер ҡасан да онотмағыҙ: һеҙ был донъяла иң яҡшыға лайыҡ! – тине ул хушлашҡанда. Белгес кәңәше: Макияж. Тышҡы ҡиәфәткә килгәндә мин һәр ваҡыт индивидуаллек өсөн. Һәр кемдең матур яҡтарын күрһәтергә, етешһеҙлектәрен йәшерергә тырышам. Макияж клиенттың теләгенән сығып башҡарыла. Шулай ҙа тәбиғилек һәр ваҡыт модала. Тик шул тәбиғи матурлыҡ килеп сыҡһын өсөн күп кенә тырышырға тура килә. Сәстәр. Әле трендта тәбиғи төҫтәр, ипле генә күсеүҙәр, рельефлы ҡатмарлы буяуҙар. Шул уҡ ваҡытта сағыу төҫтәргә лә урын бар. Быйыл тура, шыма һәм сәләмәт сәстәр модала. Еңелсә генә бөҙөрләтелгән сәстәр ҙә трендта. Тағы бер күптәргә оҡшаған йүнәлеш – ҡуйы ҡара сәстәрҙе карамель төҫтәре менән аралаштырып буяу. Бер тонлы буяуҙан арыһағыҙ, балаяж техникаһын файҙаланып ҡарағыҙ. Уның үҙенсәлеге шунда: ҡара төҫтәрҙәге сәскә асыҡ төҫтәрҙә сәс шәлкеме өҫтәлә. Был техниканың өҫтөнлөгө шунда: сәс үҫһә лә, ул һиҙелмәйәсәк. Шулай уҡ яңы үҫкән тамырҙар күренмәһен тиһәгеҙ, аиртач, шатуш йәки растяжка техникаһын һайларға кәңәш итәм. Сәс буяған саҡта мастер тәнегеҙ төҫөнә тура килгән тондар һайларға тейеш. Шул саҡта һеҙгә килешәсәк. Сәсегеҙ ниндәй генә төҫтә булмаһын, иң мөһиме, уларҙы дөрөҫ итеп ҡарау. Таҙа, сәләмәт сәстәргә бер нимә лә етмәй. Салонда һеҙгә өйҙә лә сәстәрегеҙҙе дөрөҫ итеп ҡарарға өйрәтәсәктәр, препараттар тәҡдим итәләр. Сәсте ҡырҡтырыуға килгәндә, уны битегеҙ формаһы буйынса һайларға кәңәш итәм. Әгәр ҡиәфәтегеҙҙә нимә лә булһа үҙгәртергә теләһәгеҙ, тик ҡыймайыраҡ торһағыҙ, хәҙер компьютер ярҙамында һайларға була. Ә иң яҡшыһы – үҙ оҫтаңды табырға, уға ышанырға һәм һөҙөмтәгә ҡыуанырға. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.