Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ата-әсәләр БДИ тапшырып ҡарай

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең башланғысына ярашлы, быйыл һигеҙенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй “Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләр тарафынан БДИ тапшырыу көнө” акцияһы үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы йыл һайын акцияға әүҙем ҡушыла һәм быйыл да 23 мартта тарих фәне буйынса үтәсәк Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып ҡарарға саҡыра. 2024 йылда 2 меңгә яҡын уҡыусы тап ошо фән буйынса БДИ тапшырырға теләк белдергән. Акцияға ярашлы, ата-әсәләр һәм элекке йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары эшлекле уйын алымында тарих буйынса БДИ-ның ҡыҫҡартылған вариантын биреп ҡарай ала. Был көндә ата-әсәләр үҙҙәренең балалары менән урындарын алмаштырып, БДИ тапшырыуҙың барлыҡ нескәлектәре – имтихан тапшырыу пунктына үтеүҙән башлап һөҙөмтәләрҙе ҡулға алғансыға тиклемге эштәр менән танышасаҡ. Улар имтихан бланктарының нисек тултырылыуы, эштәрҙе тикшереү нисек барыуы, имтихан миҫалдарын баҫыу процесы менән танышасаҡ. Республика акцияһында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 14 мартына тиклем ғариза ҡалдыр

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең башланғысына ярашлы, быйыл һигеҙенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй “Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләр тарафынан БДИ тапшырыу көнө” акцияһы үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы йыл һайын акцияға әүҙем ҡушыла һәм быйыл да 23 мартта тарих фәне буйынса үтәсәк Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып ҡарарға саҡыра. 2024 йылда 2 меңгә яҡын уҡыусы тап ошо фән буйынса БДИ тапшырырға теләк белдергән. Акцияға ярашлы, ата-әсәләр һәм элекке йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары эшлекле уйын алымында тарих буйынса БДИ-ның ҡыҫҡартылған вариантын биреп ҡарай ала. Был көндә ата-әсәләр үҙҙәренең балалары менән урындарын алмаштырып, БДИ тапшырыуҙың барлыҡ нескәлектәре – имтихан тапшырыу пунктына үтеүҙән башлап һөҙөмтәләрҙе ҡулға алғансыға тиклемге эштәр менән танышасаҡ. Улар имтихан бланктарының нисек тултырылыуы, эштәрҙе тикшереү нисек барыуы, имтихан миҫалдарын баҫыу процесы менән танышасаҡ. Республика акцияһында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 14 мартына тиклем ғариза ҡалдырырға кәрәк. Электрон адрес: Ivanova.IV@bashkortostan.ru. БДИ буйынса “Ҡыҙыу линия” телефондары: 8 (347) 218-03-28 или 8 (347) 218-03-81. Был башланғыстар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.