2023 йылға күрһәтмә имтихандар тапшырыу һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Республикаһы “Профессионалитет” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәрен уңышлы үтәй. Имтиханды 110 белем биреү ойошмаһынан 21301 кеше 165 йүнәлеш буйынса тапшырҙы. Һынауҙар 555 Күрһәтмә имтихан тапшырыу үҙәгендә (ЦПДЭ) ойошторолдо. Профиль кимәлендәге күрһәтмә имтиханды 17744 кеше тапшырған. Был сараларҙы ойоштороуҙа 1200 предприятие-партнер ҡатнашҡан. “Иретеп йәбештереүсе” квалификацияһы буйынса һөнәри имтихандың практик өлөшө булараҡ 710 кеше күрһәтмә имтихан биргән. Был һынау 20 майҙансыҡта үткән. Ҡатнашыусыларҙың 371-е имтиханды уңышлы тапшырып, Квалификация тураһында таныҡлыҡ алыуға өлгәшкән. Күрһәтмә имтихан биргән уҡыусылар һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән генә ҡалышып, ил кимәлендә иң алдынғы өсәү иҫәбендә килә. Белеүебеҙсә, күрһәтмә имтихан – урта һөнәри белем биреү программалары буйынса Төп дәүләт имтиханы (ГИА). Ул ысын производство процестары йәки уларға яҡынайтылған шарттарҙа