"Башҡортостан" гәзите социаль селтәрҙәге "Бәйләнештә" төркөмөндә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы үткәргән "Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ" конкурсы тамамланды. Республикабыҙҙың 17 район һәм ҡалаһынан гүзәл заттар көс һынашты. Һөҙөмтәне ошо һылтанма аша инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll65ddd628bbf4e96f1a77459f Шулай итеп, "Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ" конкурсында иң күп тауыш йыйып, Ауырғазы районынан Нурия Вәлиева I урын яуланы! Краснокама районынан Фирзәнә Әсләмова - II урын Бөрйән районынан Флүзә Әхмәтйәнова III урын алды. Шулай уҡ конкурс барышында әүҙем булған конкурсант - Ишембай районынан Гөлшат Күскилдина "Рухлы гүзәл зат" номинацияһы менән бүләкләнә. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Конкурста ҡатнашырға батырсылыҡ иткән ҡыйыу йөрәкле барлыҡ гүзәл заттарға рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәктә көслө рухлы, маҡсатлы булып, ошондай күркәм, эшлекле булып ҡалығыҙ. Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!