Борай районының Ҡоҙаш ауылы халҡы элек-электән йәшелсә үҫтереү менән дан алған. Фермерҙар ғаиләһендә тыуып үҫкән Сынғыҙ ҙа ата-әсәһенән петуния сәскәһе үҫтереү серҙәрен өйрәнеп, бына алты йыл инде районда һәүәҫкәр сәскәсе булып танылды, тип яҙа “Алға” гәзите. Әлеге көндә Сынғыҙ тормош иптәше менән быйыл тәү башлап ләлә сәскәләре үҫтереүгә тотонған. –Бығаса меңләгән петуния үҫтерә инек. Яңы төр сәскәләр үҫтереү теләге лә бар ине. Шуға күрә быйыл Голландиянан ләлә һуғандары алдыҡ. Теплица эсен йәмләгән ләләләрҙе күреү үҙе ҙур шатлыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙың үҙе кеүек таждары ла бик наҙлы уның, – ти Гөлназ. –Мәшәҡәтлеме был эш? –Ергә орлоғон төрттөң дә эш бөттө, тип уйлау дөрөҫ түгел. Мәшәҡәтле генә. Һатыуы ауыр түгел, интернет һәм таныштар ярҙамға килә. Район үҙәгенән, алдан заказ биреп, килеп алалар. Тирә-яҡ ҡала һәм райондарҙа ла беҙҙе яҡшы беләләр. Сәскәләребеҙҙең сифаты яҡшы, – ти Әхмәҙуллиндар. Сәскә үҫтереү менән һәр кем дә шөғөлләнә алмай шул. Әле улар ләләләрҙе киҫеп, һатыуға әҙерләй. Гөлназ Хужина фотоһы. https://vk.com/gazetaalga