Бүздәк районынан фельдшер Айгөл Х. үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Ул былтыр уҡ МХО-ға китергә уйлаған. Әйткәндәй, 2008 йылда Башҡорт медицина колледжын тамамлап, хеҙмәт юлын райондың Ташлыкүл фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлаған. Февралдә контракт хеҙмәте буйынса килешеүгә ҡул ҡуйған һәм анестезист шәфҡәт туташы булып табиптарға яугирҙәрҙе ҡотҡарырға ярҙам итә. Айгөл яҡындарына көс һәм һаулыҡ теләй, борсолмаҫҡа һәм уны көтөргә ҡуша. Ә яу биләмәһендәге егеттәргә теләге бер - иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. "Вәғәҙә бирәм - мин һеҙгә ярҙам итермен", - ти ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: "Буздякские новости".