Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

АҠШ, Малайзия халҡы беҙгә ниңә йышланы?

2023 йылда Башҡортостанға сит ил граждандары араһында медицина туризмына ихтыяж ныҡ артты, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. –2023 йылда беҙҙә дауаланған сит ил граждандары һаны 33 319 кеше тәшкил итте, был 2022 йылдағынан биш процентҡа күберәк тигән һүҙ, – тинеләр министрлыҡта. Башҡортостанда йышыраҡ Үзбәкстан, Тажикстан, Әрмәнстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан халҡы дауалана. Һуңғы осорҙа АҠШ, Малайзия, Һиндостан, Вьетнам, Ҡытай халҡы ла республиканың медицина үҙәктәренә дауаланыу, консультация алыу өсөн килә. Бынан тыш, 38 меңдән ашыу кеше шифаханаларҙа ял иткән. Айырыуса Силәбе һәм Свердловск өлкәләре, Татарстан, Пермь крайы, Ханты-Манси автономлы округы халҡы Башҡортостан курорттарында ял итергә ярата. Киләсәктә медицина туризмының тағы ла киңерәк ҡолас алыуы ихтимал. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.