Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"АРТ-Ҡоролтай" үтәсәк

Сара 10 – 11 мартта үтә. Ул Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән. Форум сиктәрендә Константин Хабенский менән ижади осрашыу – оҫталыҡ дәресе, театрҙар тарафынан әҙерләнгән спектаклдәр көтөлә. 11 мартта форумдың эшлекле программаһы үтәсәк. Унда “Заман диалогында мәҙәниәт” пленар ултырышы һәм майҙансыҡтар эше ҡаралған. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, республикала күләмле мәҙәни форум үткәреү – коллегаларҙың профессиональ диалогын төҙөү генә түгел, ә уны шунда уҡ ҡарарҙар ҡабул итеү кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән йолаға әүерелгән. Фото: