Социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә 8 Март айҡанлы барған конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан Нурия Вәлиева һөнәре буйынса – педиатр, юғары категориялы табип. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы ғүмеренең күп йылдарын кескәйҙәрҙең һаулығын хәстәрләүгә арнаған. Тәүге пациенттары – хәҙер урта йәштәрҙәге кешеләр, күптән атай-әсәй, ҡайһылары олатай-өләсәй ҙә булып өлгөргән. Мөләйем табибәгә улар аҙаҡ үҙ балаларын да йөрөткән. Нурия апайҙың гәзитебеҙ төркөмөндәге конкурста ҡатнашҡанын күреп ҡалған рәхмәтле ата-әсәләр уның өсөн тауыш биреп, үҙҙәренең хөрмәтен белдерергә ашыҡҡан, шылтыратып, уға уңыштар теләгән. "Был нисектер көтөлмәгәнсә булды, шул уҡ ваҡытта күңелемә рәхәтлек тойғоһо бирҙе. Тимәк, бәләкәстәремә биргән йылылығым бушҡа булмаған", – ти Нурия Урал ҡыҙы. Үҙенең элекке пациенттарын ул шулай "бәпестәрем", "бәләкәстәрем" тип кенә атай. "Шул тиклем һағынам үҙҙәрен", – ти. Һәр береһен иҫләй, "мин эшләй башлаған йылда донъяға ауаз һалған кескәйҙәремә инде хәҙер 32 йәш", – тип йылмая. Ғаиләһенә к