Күрәҙәсегә барған кеше ниндәй язаға тарттырыла?
Яуап Ҡырҡ көн буйы намаҙы ҡабул булмаясаҡ. Күрәҙәсенең әйткәненә ышанһа, Пәйғәмбәр Мүхәммәдкә صلى الله عليه وسلم төшөрөлгән Дингә ҡарата көфөрлөк ҡылған булыр.
Быға дәлил Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: مَنْ أَتَى عَرَّافًا فَسَأَلَهُ عَنْ شَيْءٍ، لَمْ تُقْبَل لَهُ صَلَاةٌ أَرْبَعِينَ لَيْلَةً "Күрәҙәсегә барып, унан берәй нәмәне һораған кешенең 40 көн буйы намаҙы ҡабул булмаҫ". (Сахих Муслим, 2230).
Әбү Һүрайра رضي الله عنه еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: مَنْ أَتَى كَاهِنًا، أَوْ عَرَّافًا، فَصَدَّقَهُ بِمَا يَقُولُ، فَقَدْ كَفَرَ بِمَا أُنْزِلَ عَلَى مُحَمَّدٍ ﷺ"Күрәҙәсегә барып, уның әйткән һүҙҙәренә ышанған кеше Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдкә صلى الله عليه وسلم төшөрөлгән Дингә ҡарата көфөрлөк ҡылған булыр". (Ҡарағыҙ Мүснәд Әхмәд 9536, Сүнән Тирмиҙи 135, Силсиләтү Әхәәдиҫ әс-Сахихә 3387).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa