Доғала "Йә Рәсүлә Аллаһи" тип Пәйғәмбәргә ялбарырға, доғаны йүнәлтергә яраймы? Яуап: Аллаһтан башҡаға доғаны йүнәлтеп ялбарырға ярамай Быға дәлил Аллаһ әйтә: وَمَن أَضَلُّ مِمَّن يَدعو مِن دونِ اللَّهِ مَن لا يَستَجيبُ لَهُ إِلى يَومِ القِيامَةِ وَهُم عَن دُعائِهِم غافِلون َ وَإِذا حُشِرَ النّاسُ كانوا لَهُم أَعداءً وَكانوا بِعِبادَتِهِم كافِرينَ "5. Кем Аллаһтан башҡа затҡа доғаларын (ғибәҙәтен) йүнәлткән икән, ул кешенән тағын да аҙашҡаныраҡ кеше буламы? Ул заттар Ҡиәмәт көнөнә тиклем бер нимә лә өндәшә алмайҙар һәм уларға йүнәлтелгән доғаларҙы белмәйҙәр. 6. Кешеләр үҙ ҡәберҙәренән ҡубартырылғас, уларға илаһ итеп алынған һын-боттары дошманға әүерелер һәм уларға йүнәлтелгән ғибәҙәткә ҡаршы булып инҡар итерҙәр". (Әл-Әхҡаф сүрәһе, 5-6-сы аяттар). وَأَنَّ المَساجِدَ لِلَّهِ فَلا تَدعوا مَعَ اللَّهِ أَحَدًا "“Барлыҡ сәждә ҡылыу урындары тик Аллаһҡа ғына табынырға өсөн, һәм шуға күрә Аллаһтан башҡа заттарҙан ялбарып (доға ҡылып) ғибәҙәт ҡылма”. (Әл-Джинн сүрәһе, 18-се аят). ХӘҘИС Ибнү 'Ә
Доғала "Йә Рәсүлә Аллаһи" тип Пәйғәмбәргә ялбарырға, доғаны йүнәлтергә яраймы?
7 марта 20247 мар 2024
1
1 мин