Найти тему

Үлгәндәргә йәки яныңда булмаған (туранан-тура ишетмәй һәм күрмәй), ярҙам итергә хәленән килмәгән мәхлүктәргә ярҙам һорап (доға ҡылып, ялбары

Үлгәндәргә йәки яныңда булмаған (туранан-тура ишетмәй һәм күрмәй), ярҙам итергә хәленән килмәгән мәхлүктәргә ярҙам һорап (доға ҡылып, ялбарып) мөрәжәғәт итергә яраймы?

Яуап Юҡ, сөнки был Оло ширк

Быға дәлил Аллаһ әйтә: وَمَن أَضَلُّ مِمَّن يَدعو مِن دونِ اللَّهِ مَن لا يَستَجيبُ لَهُ إِلى يَومِ القِيامَةِ وَهُم عَن دُعائِهِم غافِلون َ۝ وَإِذا حُشِرَ النّاسُ كانوا لَهُم أَعداءً وَكانوا بِعِبادَتِهِم كافِرينَ "5. Кем Аллаһтан башҡа затҡа доғаларын (ғибәҙәтен) йүнәлткән икән, ул кешенән тағын да аҙашҡаныраҡ кеше буламы? Ул заттар Ҡиәмәт көнөнә тиклем бер нимә лә өндәшә алмайҙар һәм уларға йүнәлтелгән доғаларҙы белмәйҙәр. 6. Кешеләр үҙ ҡәберҙәренән ҡубартырылғас, уларға илаһ итеп алынған һын-боттары дошманға әүерелер һәм уларға йүнәлтелгән ғибәҙәткә ҡаршы булып инҡар итерҙәр". (Әл-Әхҡаф сүрәһе, 5-6-сы аяттар).

Хәдиҫ 'ӘбдүЛЛАһи ибнү Мәсғүд رضي الله عنه еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: مَنْ مَاتَ وَهْوَ يَدْعُو مِنْ دُونِ الله نِدًّا دَخَلَ النَّارَ "Аллаһтан башҡа берәй затҡа табынып (ялбарып, ғибәҙәт ҡылып) үлгән кеше, Утҡа индерелер". (Ҡарағыҙ Сахих Бухари, 4497).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa