Башҡортостанда 2019-2024 йылдарға "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") буйынса күрһәтелгән ярҙамдың дөйөм суммаһы 4,7 миллиард һум тәшкил иткән. Уның 4,4 миллиарды федераль бюджеттан булһа, 300 миллионы - республика ҡаҙнаһынан. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. – Бөгөн беҙҙә 136 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләп килә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - 2-се, ә илдә 10-сы урынды биләй, тип билдәләй республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов. Бындай уңышҡа Башҡортостанда эшҡыуарлыҡтың һәр этабында ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ярҙам саралары ла ярайһы булышлыҡ итә. Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәр һаны ла арта. Был төр эшҡыуарлыҡ республикала 2020 йылдан, "Һөнәри килемгә һалым" тип аталған махсус һалым режимы индереү аша атҡарыла башлағайны. 2023 йылға үҙмәшғүлдәр һаны 186,1 меңгә етте. 2021-2023 йылдарҙа социаль предприятиелар реестрына индерелгән 428 эшҡыуарлыҡ субъектына финанс ярҙамы итеп гранттар бирелгән, уларҙың дөйөм суммаһы 200 миллион һум тәшкил иткән. 2022, 2023 йылдарҙа 25 йәшкә тиклемге 395 йәш эшҡыуарға дөйөм алғанда 190,7 миллион һумға грант бирелгән. Милли проектҡа ярашлы, 2019 йылдан 13 ҡала-районда - Өфөлә, Бәләбәйҙә, Белоретта, Нефтекамала, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Учалыла, шулай уҡ Ейәнсура, Ҡариҙел, Ҡыйғы һәм Саҡмағош райондарында "Минең бизнесым" үҙәгенең офистары асылған. 2019 йылдан Башҡортостанда бизнес-шәрифтәр эшләй башланы. Был Рәсәйҙәге беренсе шундай уникаль институт өлгөһө булды. Тағы ла шуны өҫтәргә кәрәк: 2019 йылдан алып 13 меңдән ашыу "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре" үткәрелгән һәм 20 меңдән ашыу проект тикшерелгән. Уларҙа ҡаралған дөйөм инвестициялар күләме 989 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Шуныһын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был милли проект, башҡалары иҫәбендә, дәүләт етәксеһе В. В. Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы булдырылды. Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/23224/