Найти тему
Башҡортостан гәзите

157 мең ғаилә ярҙамдан файҙаланды

Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү – Башҡортостандың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. 2023 йылда республикала балалары булған 309 меңдән ашыу ғаилә дәүләт ярҙамы алды. Рәсәй Президентының ҡушыуы буйынса былтырҙан бала тыуыу һәм тәрбиәләү менән бәйле бер тапҡыр түләнгән пособие барлыҡҡа килде. Ул үҙ эсенә балаларға ярҙам итеүҙең биш сараһын, шул иҫәптән өстән 17 йәшкә тиклемге түләүҙәрҙе ала. Бындай дөйөм суммаһы 27,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән ярҙамды 302 мең балаға 157 мең ғаилә алды. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һүҙҙәренә ҡарағанда, финанслауҙың артыуы тәү сиратта федераль кимәлдә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү менән бәйле. 10 йылда Башҡортостан ғаиләләре араһында күп балалы булғандары 12,5 процентҡа (2010 йылда – 8,4 процентҡа) артты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Күп балалы ғаиләләр һаны 27,5 процентҡа артты һәм 59 мең тәшкил итә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/23220/