Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Раушания менән яңынан осраштым"

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яңыраҡ үҙенең тормошондағы бер осрашыу тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “2022 йылдың июлендә Өфө аэропортында рейсҡа теркәү үткән саҡта ике бәләкәй балаһы булған әсәне күрҙем. Ул, ҡулында сабыйын тотоу сәбәпле, сумкаһынан документтарын сығара алмай аҙаплана ине. Уға ярҙамымды тәҡдим иттем – бәләкәй ҡыҙын ҡулыма алдым, һуңыраҡ уның исеме Раушания булыуын белдем. Улар сибайҙар булып сыҡты. Ләйлә исемле ҡатындың ҡыйыулығы һәм хәстәрлекле булыуына һоҡландым – ул ҙур сумкалар һәм ике бәләкәй балаһы менән алыҫ юлға сыҡҡан. Самолетҡа ултырғас, ошо хаҡта пост яҙҙым. Был тарихтың дауамы ла бар. Быйыл 9 февралдә Сибай ҡалаһында граждандарҙы ҡабул иткән саҡта мин Өфө аэропортында күргән теге Ләйлә ике ҡыҙы менән килеп инде. Раушания үҫкән, мине таныған кеүек тойолдо. Ләйлә граждандарҙы ҡабул итеүем хаҡында ишеткәс, мине күреп, рәхмәт әйтергә булған. Беҙ дуҫтарса аралаштыҡ. Шулай ҙа була икән. Раушанияны ҙур ҡыҙ булғас та күрергә, уның уңыштарына ҡыуанырға Хоҙай насип итһен. Урал аръяғы ҡыҙҙары бына шундай сая. Фотоларҙы сағыштырығыҙ: йыл ярымда Раушания үҫкән бит, күҙ теймәһен”, – тип яҙҙы Зариф Закир улы. Зариф Байғусҡаров ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә ваҡиға тураһында уртаҡлашҡан. Ысынлап та, изгелек, яҡшы эштәр онотолмай. Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/bayguskarov_z_z