Евразия күсмә цивилизациялар музейына Иран иле Ибн Фаҙландың “Яҙмалары”ның һанлы күсермәһен бүләк иткән. Ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн Фаҙландың башҡорттарҙың этнографик тасуирламаһы бирелгән “Яҙмалар”ының (“Рисала”) теүәл күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейында буласаҡ. Музейға уның һанлы күсермәһен Ирандың Мешхед ҡалаһындағы “Астан Кудс Разави” фондының Үҙәк китапханаһында бүләк итәләр. Фонд етәкселеге менән осрашыу Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты өҫтөндә эшләү өсөн йәлеп ителгән тикшеренеү төркөмөнөң Иранға сәфәре сиктәрендә ойошторола. Башҡортостан ғалимдары, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәрҙәре Әхәт Сәлихов һәм Илнур Бүләков Иран ҡалаларының ғилми-тикшеренеү һәм архив учреждениеларында була. Урындан Илнур Бүләков хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһын китапхана директоры доктор Әбүлфәз Хәсәнабади ҡаршы алған һәм, боронғо ҡулъяҙмаларҙы килеүселәргә биреү ҡәтғи тыйылһа ла, ула