Яҙ миҙгелендә хәлһеҙлек, арыусанлыҡ тойғоһо, кәйеф юҡлығы, йыш баш ауыртыуы, йоҡо баҫыуы, тиҙ ҡыҙып китеүсәнлек – барыһын да йыш ҡына яҙғы осорға бәйләйбеҙ. Күп кенә табиптар был осраҡта “авитаминоз” терминын ҡулланыуҙы урынһыҙ тип һанай һәм гиповитаминоз билдәләре тип атай. Авитаминоз – туҡланыуҙа теге йәки был витамин тулыһынса булмаған осраҡта ғына барлыҡҡа килгән сир. Витаминһыҙ миҙгелдә халыҡ емеш-еләк, йәшелсә йәки дарыухананан витаминдар һатып ала. Тик нисек кенә булмаһын, организмға ниндәй ҙә булһа витамин етмәй башлай һәм был гиповитаминозға килтерә. Гиповитаминоз яҙ йышыраҡ осрай. Кешеләрҙә яҙғы астения, аппетит боҙолоуы, төрлө хроник сирҙәрҙең көсәйеүе күҙәтелә. Был ваҡытта элек ҡулланған дауалау алымдары ла ярҙам итмәй башлай. Уның килеп сығыуының сәбәптәре бер нисә. Иң мөһиме һәм таралғаны — аҙыҡ-түлек менән етерлек кимәлдә витаминдар алып етмәү. Һәр витамин өсөн тәүлек нормаһы бар. Мәҫәлән, С витаминын кеше тәүлегенә – 70 – 80 мг, А витаминын 10 мг ҡабул итергә тейеш. Әмм