6 мартта Башҡортостан Республикаһы судтары рәйестәре һәм рәйес урынбаҫарҙары менән йомғаҡлау кәңәшмәһендә киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан Республикаһы судтары һәм судьялар берләшмәһе органдары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс еңеүселәре, район, район-ара, ҡала судының һәм Өфө гарнизон хәрби судының иң яҡшы интернет-сайты һәм Башҡортостан Республикаһы мировой судьяһының иң яҡшы интернет-сайты иғлан ителде. Киң мәғлүмәт саралары конкурсы буйынса жюри советы ҡарауына бөтәһе 1600-ҙән ашыу мәҡәлә, очерктар, интервьюлар, репортаждар, социаль селтәрҙәрҙә баҫмалар, видео һәм радио сюжеттары тәҡдим ителгән. “Иң яҡшы мәҡәлә” номинацияһында “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина еңеүсе булды, икенсе урынды – “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите хәбәрсеһе Регина Иванова, өсөнсө урынды “Туймазинский вестник” гәзитенең яуаплы секретары Алексей Шильников яуланы. “Иң яҡшы видеосюжет/радиоматериал” номинацияһында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Бөтә Рәсәй Дәү
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәре мәртәбәле конкурста еңде!
6 марта 20246 мар 2024
2 мин