Бәйгелә ҡатнашҡан гүзәл заттар араһында үтә дәртле, һәләтле, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Уларҙың береһе – Ишембайҙа йәшәгән Гөлшат Күскилдина. Гөлшат менән яҡынданыраҡ таныштырыу, уның башҡарған эштәрен, мауығыуҙарын һанап бөтөүе һис тә еңел түгел. Сөнки өлгөрмәгән бер генә ере лә юҡ уның. Ейәнсура районында тыуған ҡыҙ ғаиләлә ҡустыһы Азамат менән бергә үҫә. Мәктәпте тамамлағас ул саҡтағы Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Бында уҡыу йортоноң “Ирәндек” бейеү ансамбленә йөрөй башлай. Ул саҡтарҙа ансамбель менән Рәсәй генә түгел, Германия, Италия, Болгария кеүек илдәрҙең сәхнәһен дә гөрләтә улар. Әйткәндәй, ире Аяз менән дә ошонда танышалар. Бергә бейеп, уҡып йөрөгән йәштәр ғашиҡ булыша һәм дүртенсе курста өйләнешеп тә ҡуя. Уҡыуҙарын тамамлағас, йәш белгестәр Ишембай ҡалаһына барып төпләнә. Гөлшат Ишембайҙың 18-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. “Шулай уҡ урындағы телевидениела диктор, хәбәрсе була