"Ғүмерем буйы ауылда уҡытыусы булып эшләнем, стажым - 35 йыл, шуның, уҙа барһа, ике-өс йылында ғына бала табыу отпускыһында ултырғанмындыр. Малайҙарыма берәр йәш тулғас та, тәүҙә күршеләргә ҡалдырып, аҙаҡ балалар баҡсаһына тапшырып, эшкә сыҡтым. Мәктәп эшен унда эшләп ҡарамағандар аңламаҫ барыбер, ә белгәндәренә һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй. Эштән һуң үҙеңде һуты һығып алынған емеш кеүек хис итеп ҡайтып инәһең, арттан ҡағыҙ эше эйәреп киләсәк әле ул. Ауыл ерендә тағы бөткөһөҙ йорт мәшәҡәттәре, балаларың, мал-тыуарың көтөп тора. Ярай ҙа һуң, өйҙә ярҙам итерлек ҡәйнәң йә әсәйең булһа, йә ирең бергәләшһә... ...Минең ирем эсергә әүәҫ шул. Ундайҙарҙың, үҙегеҙ беләһегеҙ, ярҙамынан зыяны күберәк. Шулай, ғүмер буйы эскән ир, ике малай, яуаплы эш... Йөктө бер тигеҙ тартыр, һәр береһенә тейешле иғтибар бүлер кәрәк. Түҙмәй киткән саҡтарҙа эскесе ир менән айырылышыу тураһында уйҙар ингеләне башҡа, тик малайҙарыма ҡараһам, ярай, ниндәй булһа ла атай бит әле тип, ундай ниәтемдән ваз кисә инем. Уйлаған х