“Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙә ойоштогрған “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында Туймазы ҡалаһынан Гөлмирә Бикбулатова (Ҡарабаева) ҡатнаша. Гөлмирә Йәмил ҡыҙы – Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Туймазы филиалының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты, “Сүмесле ай”, “Мәрйендәр” шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы, Рәсәй һәм Башҡортстан Журналистар союздары ағзаһы, “Хеҙмәт даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Быйыл ул “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы булды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Гөлмирә Йәмил ҡыҙы Ейәнсура районының Башҡорт Самаҙыһы ауылында тыуып үҫкән. 1987 йылда Ейәнсура районы Абзан мәктәбен тамамлағас, “Ейәнсура таңдары” (ул ваҡыттағы “Октябрь байрағы”) гәзитенә машинистка булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инә