Башҡортостан Республикаһы Юғары Судында бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Юғары Судында төбәк судтары рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары менән кәңәшмәлә наградалар тапшырҙы. Шул иҫәптән почетлы отставкалағы Юғары Суд судьяһы Филиза Ғәббәсова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының дәүләт граждан хеҙмәте һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Әлмира Нурғәлиеваның намыҫлы хеҙмәте “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән билдәләнде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды биналарын матди-техник тәьмин итеү һәм ремонтлау бүлеге начальнигы Илнур Мостафин бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Юғары Суды судьялары Рәсимә Әбүбәкирова, Земфира Фәйезова, Елена Михадюк, Дамир Яҡуповҡа, шулай уҡ почетлы отставкалағы Юғары Суд судьяһы Рәзинә Мугиноваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған