Ваҡиғалар, хис-тойғолар, онотолмаҫ осрашыуҙар һәм яҡшы кәйеф менән һуғарылған Рәсәй төбәктәренән һәм донъя илдәренән килгән йәштәрҙең "Сириус" федераль биләмәһендәге иң күләмле слеты тамамлана. 5 мартта Башҡортостан стендын ябыу тантанаһы үтте. Унда республиканың ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле ижади мөхитен Башҡортостан таланттары еткерҙе. Ижади сығыштарҙы талантлы башҡорт артистары, йырсылар һәм бейеүселәр әҙерләгән. Улар араһында - Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов, "Хазина" этно-проекты һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары. Үҙенең вокаль таланты менән ҡунаҡтарҙы профессиональ гитарасы, автор-башҡарыусы, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Мария Шаронова, "Стихотерапия" грант проекты авторы, Салауат ҡалаһының йәштәр советы рәйесе, фестиваль амбассадоры Веана Гайсина, Беренсе каналдағы "Тауыш" шоуы финалсыһы Гөлнара Байғужина һоҡландырҙы. Ә бына кисә һуңында ҡатнашыусыларға Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илдар Абдуллин музыкаль һәм дәртле сығышын бүләк итте. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23235/