Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көрткә батып үлә яҙған

Баш ҡалала ҡышҡы уйындар арҡаһында баланың ғүмере өҙөлә яҙған. Өфө урамдарының береһендә көрттән аңын юғалтҡан малайҙы тартып сығарғандар. Билдәле булыуынса, зыян күреүсе ағаһы менән урамда уйнаған ваҡытта ҡарлы тау өйөмөнә менеп, аҫҡа төшөп киткән. Баҡтиһәң, унда уйындар өсөн “ҡарлы тоннелдәр” ҡаҙылған булған. Ағаһы туғанының төшөп киткәнен шунда уҡ һиҙмәгән. Көрттән уны тартып сығарғанда, малай аңын юғалтҡан була... Зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған. “Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң малай өйөнә ҡайтарылған. Тейешле хеҙмәткәрҙәр был участканы таҙартып ҡуйған”, – тип хәбәр иттеләр Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.